«Харисов уҡыуҙары — 2023» Башҡортостандың Балтас районында үтте

Материал из Викиновостей, свободного источника новостей
Башҡа телдәрҙә: башҡортса • русский
[[:Категория:|]]
<dynamicpagelist>

category = Баҫтырылған category = notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory=Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 18 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created </dynamicpagelist>[[Категория:]]

18 апреля 2023 года

14 апрелдә Башҡортостандың Балтас районы мәҙәниәт һарайында «Харисов уҡыуҙары — 2023» фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Сара Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылы, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы тип иғлан иткән Фән һәм Мәғрифәтселек йылы сиктәрендә үткәрелде.

«Харисов уҡыуҙары — 2023» — Балтас районында тыуған, күренекле филолог һәм фольклорсы Әхнәф Харисовтың тормошон һәм ижадын өйрәнеүгә арналған; башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте һәм ғөрөф-ғәҙәттәре, һәләтле уҡыусыларҙы асыҡлауға, уларҙы ғилми эшкә йәлеп итеү өсөн ойошторолған сара.

Сарала район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, хеҙмәт ветераны Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхнәф Харисовтың ҡыҙы Зөлфирә Мамайева, район мәғариф бүлеге начальнигы Гөлнара Шәймөхәмәтова, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзы башҡарма комитетының баш белгесе Нурислам Ҡалмантайев, «Табын ырыуҙары берләшмәһе» йәмәғәт берекмәһе башҡарма комитеты ағзаһы Зөфәр Сәлихов, крайҙы өйрәнеүсе Рөстәм Алетдинов, "Без башҡортлар" хәрәкәте етәксеһе Радик Бәхтиев, "Йәшлек" гәзите хәбәрсеһе Зөһрә Ягудина, Балтасы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гөлфия Шәисламова, “Балтач таңнары” район гәзите баш мөхәррире Рөстәм Вәлиев катнашты.

Фәнни-ғәмәли конференцияла уҡыусылар ғалимдың фольклор материалдары буйынса әҙерләнгән инценировка күрһәтәләр. Артабан уҡыусылар ғилми-тикшеренеү эштәр, очерктар, методик тәҡдимдәр менән таныштырҙы.

Дарья Шаисламова сығышы Илмир Исламгалеев доклады

Сығанаҡтар[править]

  • «[ ]».

Комментарии[править]

Викиновости и Wikimedia Foundation не несут ответственности за любые материалы и точки зрения, находящиеся на странице и в разделе комментариев.