Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт тармағы эшмәкәрлеге «плюс» менән

Материал из Викиновостей, свободного источника новостей
Перейти к навигации Перейти к поиску
Geographylogo.png Башҡа телдәрҙә: башҡортса • русский

2 февраль 2016

ОАО «Газпром нефтехим Салауат» – Рәсәйҙеге алдынғы нефтехимия комплекстарының береһе

Башҡортостанстат Башҡортостан Республикаһы сәнәғәт тармағыда үткән йыл эшмәкәрлегенең тәүге һөҙөмтәләрен иғлан итте. Республиканың был йүнәлеш ыңғай үҫкән: 2015 йылда 2014 йыл менән сағыштырғанда етештереү индексы 101,0 % тәшкил иткән, Рәсәйҙә — 96,6 %. Етештерелеп һатыуға оҙатылған тауарҙарҙың, эштәр һәм хеҙмәттәрҙең күләме 1,3 триллион һум булып, Рәсәй баҙарының 2,7%-ын тәьмин иткән.

Башҡортостан Рәсәйҙә тоноҡ нефть продукттары, кальцинирланған сода, бензол, йылытып шымартылған быяла, иҙән ябыу материалдары, автобетонбутағыстар, вертолеттар етештереү буйынса алдынғылыҡты тота, берҙән-бер автобетонһурҙырғыстар етештереүсе булып ҡала. Республика Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында эшкәтеүгә оҙатылған нефть күләме, беренсел формаларҙағы пластмассалар, этилен, ксилол, стирол, синтетик каучуктар, технологик эзбиз, ҡыйыҡ ябыу һәм гидроизоляциялау материалдары, ишелгән һәм ҡорос сымдар етештереү буйынса — икенсе, каустик сода, көкөрт, универсаль электр двигателдәре етештереү буйынса өсөнсө урынды биләй.

Нефть эшкәртеү Башҡортостандың мөһим сәнәғәт өлкәһе булып тора, ә республикала алдынғы предприятияларҙың береһе — Салауат ҡалаһында урынлашҡан «Газпром нефтехим Салауат» (русск. Газпром Нефтехим Салават, 2011 йылдың 11 февраленә тиклем — «Салауатнефтеоргсинтез») Рәсәйҙә иң эре нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы комплексы менән йыһазландырылған.

Викияңылыҡтар «Газпром нефтехим Салауат» менән бәйле фотоһүрәттәр тәҡдим итә.

 

Примечания[править]

Источники[править]

Ссылки[править]

 

Комментарии[править]

Викиновости и Wikimedia Foundation не несут ответственности за любые материалы и точки зрения, находящиеся на странице и в разделе комментариев.