Дербентта Дағстан халыҡтарының беренсе вики-семинары үтте

Материал из Викиновостей, свободного источника новостей
На других языках: башҡортса • лезги • русский • эрзянь

8 сентября 2017 года

<dynamicpagelist>

category = Баҫтырылған category = Википедия notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory=Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 18 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created </dynamicpagelist>

1 — 3 сентябрҙа Дербентта, Рәсәй телдәрендәге Википедияларҙы популлярлаштырыу һәм Дағстан телдәрендә Википедя проекттарын үҫтереү юлдарын эҙләү мәсьәләләренә арналған беренсе вики-семинар булып үтте.

Дербентта вики-семинар

Семинарҙы НП «Викимедиа РУ» партнёрлығы һәм «Дербент» Фонды, при поддержке Федераль лезгин милли-мәҙәни автономияһы (ФЛНКА) ярҙамы менән ойошторҙо. Семинар мәғлүмәти бағыусы «Дербент» мәғлүмәт агентлығы (РИА «Дербент») матбуғат үҙәгендә үтте.

Семинарҙа 20-нән артыҡ ҡатнашыусы булды. Улар араһында «Викимедиа РУ» етксеһе Владимир Медейко, «Дербент» Фонды директоры урынбаҫары Амил Саркаров, Лезгин Википедияһы администраторы Олег Абарников, Рус Википедиһы администраторы Дмитрий Жуков, Башҡорт Википедияһы администраторыЗөфәр Сәлихов, Эрзя Википедииңяһы администраторы Андрей Петров, «Викимедиа РУ» ағзаһы Ришат Сәйфутдинов, урындағы интеллигенция вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, филологтар һәм шағирҙар ҡатнашты.

Дербентта вики-семинар

Сығыш алдынан «вики-өлөсәйҙәр» ебәргән видео-сәләм күрһәтелде. Улар семинарҙа ҡатнашыусыларға емешле эшләргә һәм Дағстан телдәрендәге проекттарға яңы ҡатнашыусылар килеүен теләне. Артабан Башҡортостан викимедиасылары тәжрибәһе тураһында Зөфәр Сәлихов сығыш яһаны.

«Күп милләтле Дағстан халыҡтарының мәҙәниәте, бай халыҡ ижады һәм тарихы тулыһынса өйрәнелмәгән. Дағстан телдәрендәге Википедия проекттары был бушлыҡты тултырырға булышлыҡ итер ине.»

Андрей Петров «Эрзя телендә яҙыусылар юзер-төркөмө» тураһында һөйләне. Ул үҙенең сығышында:

«Беҙ Дағстан телдәрендә ирекле белемде таратыусыурындағы халыҡ вәкилдәренән торған йондоҙсоҡтар ҡабыҙырға килдек. Рәсәй күп милләтле, һәм беҙ һанлы мәғлүмәт осоронда туғандарыбыҙға ярҙамға килергә әҙербеҙ. Рәсәй телдәрендә тағы ла бер юзер-төркөм барлыҡҡа килер тип ышанам, һәм был Дағстан викимедиасылары төркөмө булыуын теләр инем, »
тип билдәләне.

Хәҙерге ваҡытта Дағстандың авар, лак һәм лезгин телдәрендә Википедия эшләп килә. Иң үҫешкәне Лезгин Википедияһы, был телдә 2847 мәҡәлә яҙылған. Авар телендә — 2311 мәҡәлә. Лак телендә 1211 мәҡәлә, был бүлек бер нисә йыл инде яңыртылмай.

«Урындағы йәмәғәтселектең Википедия активистары менән берлектә эшләргә теләүен күреп һөйөндөм. 2017 йылдың аҙағына тиклем мәктәп дирекцияһы менән бәйләнеш булдырырға һәм төпкөлдәге ауыл мәктәбендә уҡыусылар һәм уҡытыусылар менән семинар үткәрәсәкмен. Әгәр, пландарым тормошҡа ашһа, мәктәп уҡыусылары уҡытыусылар менән берләктә википедияға мәҡәләләр яҙасаҡ. Был тәжрибә илдең башҡа төбәктәренә лә таратыласаҡ. Мин бында төрлө халыҡ вәкилдәре менән аралашҡас, Рәсәй телдәрендә яҙыусы яңы ҡатнашыусылар һәм яңы мәҡәләләр булыр тигән өмөт бар, »
тип билдәләне Лезгин Википедияһы администраторы Олег Абарников.
«Ҡатнашыусылар әҙ булыуға ҡарамаҫтан семинар бик емешле эшләне. Минең уйлауымса, семинар

википедия нисек урындағы халыҡҡа ярҙам итә ала тигән һорауға яуап бирҙе. Был семинарға килеүсе рус, башҡорт,эрзя, дезгин википедиялары вәкилдәренә рәхмәтемде белдерәм.

Был семинар Дағстан халыҡтары өсөн телдең абруйын һәм ҡулланыу мөмкинлектәрен күтәрә торған ҙур ваҡиға булды. Оҙаҡҡа һуҙмай ғына Дағстан телдәрендә яҙыусылар өсөн юзер-төркөм ойоштололор тип ышанам. Бының өсөн күп эшләргә, яңы ҡатнашыусыларҙы йәлеп итергә кәрәк буласаҡ. Беренсе сиратта милли интеллигенция вәкилдәре, мәктәп директорҙары, туған тел уҡытыусылары менән тығыҙ эшләйәсәкбеҙ,
»
тип тамамланы «Дербент» Фонды етәксеһе урынбаҫары Амил Саркаров.

3 сентябрҙа Дербент ҡалаһына Вики-экскурсия булды. Википедистар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән Дербент стенаһын һәм Нарын-ҡала нығытмаһын ҡараны.


hылтанмалар[править]

Сығанаҡтар[править]

Комментарии[править]

Викиновости и Wikimedia Foundation не несут ответственности за любые материалы и точки зрения, находящиеся на странице и в разделе комментариев.