Коронавирус: Вики-өләсәйҙәр ҡурсаланыу ваҡытын нисек үткәрә

Материал из Викиновостей, свободного источника новостей
Перейти к навигации Перейти к поиску
Geographylogo.png Башҡа телдәрҙә: башҡортса • русский

15 апреля 2020

В этой статье упоминается Фонд Викимедиа, какой-либо из его проектов или люди, имеющие к ним отношение. Викиновости — один из проектов Фонда Викимедиа.

Бөтә донъя буйынса SARS-CoV-2 коронавирусы кешеләрҙе өйҙәргә ҡыуалап индерҙе һәм бына бер нисә аҙна инде вики-өләсәйҙәр ҙә ҡурсаланыуҙа. Улар ваҡыттарын нисек үткәрә, нимә менән шөғөлләнә — Викияңылыҡтар хәбәрсеһе Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова уларҙан ошо хаҡта белеште.


Гүзәл Ситдыҡова

Гүзәл Ситдыҡова, Өфө ҡалаһы: Мин 13 йыл өйҙә ултырам инде, шуға сирҙән ҡурсаланыу мөҙҙәтенә күнегәһе түгел тиерлек. Әлбиттә, ҡалаға сығыу, сараларҙа ҡатнашыу тураһында һүҙ ҙә бармай — тотош телефон йә социаль селтәрҙәр аша ғына. Иң ауыры — балалар, ейәндәр менән күнегелгәнсә йәкшәмбе мунсаларына йыйылып, бергәләп сәйләп ултыра алмау, кинйәбикә ейәнсәребеҙҙе тотоп һөйә алмау! Үҙ өйөбөҙҙә йәшәйбеҙ, ихатаға инәләр, битлек кейеп кенә баҡса буйлап йөрөтәбеҙ. Ике йәше менән генә барған балаға олатай-өләсәһенең ҡапыл ғына шулайға әйләнеүе сәйерҙер инде — шундай моңһоу ғына ҡайтып китә. Хәләлем йорт эсендә, тышында ошоғаса ҡулы етмәй торған эштәрҙе теүәлләү менән мәшғүл, баҡсала ла миҙгел асыла башланы инде. Кәрәк булһа, кәрәк-яраҡты балалар, ейәндәр килтерә, әммә икмәкте өйҙә үҙем бешерәм, уларға ла биреп ҡайтарам. Википедияла яҙышҡан кешеләр өсөн киреһенсә ҡолас ташлап яҙышырға мөмкинлек тыуҙы тип әйтергә булалыр. Фейсбукта Викиөләсәйҙәр төркөмөндә яҙышабыҙ, сит ил викиөләсәйҙәренең яҙмаларын да ҡуябыҙ — улар аша Башҡортостаныбыҙҙы танытабыҙ, уларҙағы хәлдәрҙе лә күҙәтәбеҙ. Кемдер COVID-19 килеп сыҡҡанынан ғәйепле эҙләй, кемдер ышанмай ҡарай ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Өфөләге хәлдәр ышанырға мәжбүр итә шул. Үҙемдекеләргә былай тинем — беҙҙең эш был ысынмы-юҡмы тип ҡаҙынып ултырыу түгел, беҙҙең бурыс — мөмкин тиклем был сирҙе арабыҙға индермәү сараһы күреү! Ҡурҡыуға төшөп китеү кәрәкмәй — бары гигиена ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. Унан, сир йоҡторғандарҙың күпселеге (80 процент тип тә әйтәләр) өҙлөкмәй тип тынысландыралар.


Банат Вәлиева-Яубаҫарова

Банат Вәлиева-Яубаҫарова, Ҡырмыҫҡалы районы: Ҡурсаланыу осоронда быға тиклем ҡул һәм ваҡыт етмәгән эштәр менән булышабыҙ: бабайым менән ярышып балаларыбыҙ, яҡындарыбыҙ өсөн үҙебеҙҙең тормошобоҙ тураһындағы хәтирәләребеҙҙе яҙабыҙ, уларҙы мөхәррирләйбеҙ, шәжәрәләребеҙҙе тултырабыҙ. Атай-әсәйҙәребеҙҙең һөйләгәндәренән иҫтә ҡалғандарҙы һәм аудиояҙмаларҙа һаҡланғандарын үҙебеҙҙең хәтирәләргә ҡыҫтырып ҡуябыҙ. Фотоальбомдарҙы ла тәртипкә килтерәбеҙ. Ял иткән саҡта ҡулдарҙа дини китап: үҙебеҙгә, балаларыбыҙға, туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға, илдәге халыҡҡа был афәттән һау сығыуыбыҙҙы теләйбеҙ! Магазинға ла сыҡмайбыҙ, сөнки һыуытҡыс ларыбыҙға ҡурсаланыуға тиклем бик күп аҙыҡ һатып алып һалғайныҡ, шуларҙы ҡулланабыҙ, ә икмәкте ҡомалаҡ әсеткеһе менән өйҙә бешерәм. Ҡасабабыҙҙағы бер аҙыҡ магазинының хужаһы 65 йәштән өлкәндәргә ярҙам йөҙөнән өйҙәребеҙгә аҙыҡ һатырға килтерә, рәхмәт инде уға, Бикбаев Артур тигән балаға! Беҙ, ҡарттар, өйҙә ултырабыҙ ҙа ул, тик бына йәнде көйҙөргәне урамда балаларҙың велосипедта йөрөгәне, урамда күмәкләшеп күренеүҙәре. Теге вирусологтар әйткәненсә, бәлки, балалар еңел кисерер ҙә ул вирусты, тик бына ололарға ҙур проблема тыуҙырмаҫмы улар, етмәһә, районда бер осраҡ асыҡланыуы ла билдәле… Борсолорға урын бар… Телевизорҙы бик һирәк ҡарарға тырышабыҙ, сөнки уны асһаң, ҡайһы каналын ғына алма, барыһы ла шул вирус тураһында ғына һөйләй, ирекһеҙҙән борсола башлайһың. Шулай ҙа бер нәмәгә ҡарамай, үҙ өйөбөҙ — үҙ ҡәлғәбеҙ, тип, ураған һайын ишек тотҡаларын дезинфекциялап, өйҙә ултырабыҙ. Башта һәр өс көн һайын подъезыбыҙҙа ЖКХ санобработка үткәрә ине, әммә был көндәрҙә нишләптер хлорка еҫе һиҙелмәй, әллә средстволары бөттө инде…


Луиза Юлдашева, Бөрйән районы: Яңы йылдан һуң, уҡытыусы юҡ, тип мәктәпкә эшкә саҡыртып алдылар ҙа, хәҙер балаларҙы ситтән тороп уҡытып ултырам. Эш ашығыс ритм талап итә. Ҡайһы бер кешеләр, уҡытыусылар өйҙә генә ултырып аҡса эшләйҙәр, тип яңылыша. Миңә ҡалһа, мәктәпкә генә барып, класс-кабинеттарҙа эшләп ҡайтыуы мең рәхәт булған. Уҡытыуҙың дистанцион системаһы — икеләтә эш, ҡайһы саҡта төшкө ашҡа дүртенсе яртыла ғына ултырам. Унан ҡалһа икенсе дәрестәргә әҙерләнергә, электрон журнал тултырырға кәрәк — ҡыҫҡаһы, эш көнө буйына етә. Урамға йөрөүҙе ҡыҫҡарттым. Магазинға аҙнаһына ике тапҡыр ғына сығып әйләнәм. Тәүҙә шөрләңкерәй инем, хәҙер әллә күнегелде ул коронавирусҡа ла. Ҡайһы берҙә маска ла кеймәйем. Беҙҙең райондан Дубайҙан ҡайтып берәү Белорет дауаханаһында ята тигәйнеләр, шулай ҙа…


Шәһәрбаныу Нилова: Кем нисектер — мин иртәнге алтынсы яртынан киске 11-11.30 тиклем эш менән булам. Ғаиләне ашатып-эсереү, уны-быны йыуыу, өй таҙалау һәм йыйыштырыу менән дә ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Иң иң көсөргәнешлеһе — ейәнемде уҡытыу. Дәреслек буйынса заданиелар биреп, фәлән сайттан кәрәкле мәғлүмәт ҡарағыҙ, фәлән тест эшләгеҙ, тигәнерәк эш булһа, еңелерәк булыр ине. Уҡытыусыларға дәрес алып барырға ҡушылған, улар дәрес итеп ойоштороп этләнә. Балаларҙың тик ултырғыһы килмәй, бер-береһе менән яҙыша, микрофонды ҡабыҙып тәртип боҙа башлайҙар. Минең ейәнемдең дә тик ултырғыһы килмәй, шуға «көтөүсе» янында тора. Ул арала төрлө яҡлап телефон шылтырай башлай. Өйҙә ултырғас, оло йәштәге әхирәттәр һөйләшкеһе килә. Ә мин — «дәрестә»… Яуап бирергә тырышам инде. Унан төрлө фәндәр буйынса төрлө сайттарға инеп, ҡушылған эштәрен эшләйбеҙ, контроль эштәр, яҙма эштәр, һүрәт төшөрәбеҙ.


Миңһылыу Абдуллина

Миңһылыу Абдуллина, Өфө районы: 3 апрелдән больничныйҙа булһам да, дистанцион белем биреүҙә ҡатнашам. 27 марттан алып Зифа ҡыҙымдамын. Ул әле отпускыла һәм миңә ситтән тороп уҡытыу технологияларын аңларға ярҙам итә. Больничныйҙа булғас, мине башланғыс кластар завучы алмаштыра. Zoom буйынса көн һайын рус теле, математика буйынса дәрестәр үткәрә. Темаларҙы, өй эштәрен мин уға алдан әҙерләгәйнем. Өйгә бирелгән эштәрен үҙем тикшерәм. Һәр береһенә тәфсирле анализ эшләп һалам, хаталарын күрһәтәм, уларҙы бөтөрөү юлдарын күрһәтәм. Нимә тиһәң дә, класс-дәрес системаһына бер нимә лә етмәй инде! 20 апрелдән дә шул дистанцион уҡытыу системаһы буйынса эшләһәк, күрәсәктәр алда әле. Бер уҡыусым (уҡырлыҡ ҡына бала!) бөтөнләй ҡатнаша алмай, ата-әсәһе айырылған. Өй эштәрен дә ебәрмәй. Көн һайын 2 км тирәһе араны йөрөп килергә тырышам. Сәләмәтлек торошо буйынса Шамонин поликлиникаһына барырға тура килде. Ҡыҙым да, мин дә битлек кейҙек. Битлектәрҙе ҡыҙҙарыма, кейәүҙәремә, ейән-ейәнсәрҙәремә үҙем тектем. Поликлиника хеҙмәткәрҙәре Мәскәүҙән ҡайтҡан бер егетте битлек кейҙерергә күндерә алманы. Минең Госаптеканан һатып алған битлектәрем дә бар ине, минән дә алманы. Тәки үҙенекен итте, бер кемде лә тыңламаны. «Минән ике аҙна элек самолеттан төшөү менән, мазок алғайнылар, бер хәбәр ҙә юҡ, тимәк, барыһы ла яҡшы», — тине лә ҡуйҙы. Бирһен Хоҙай! Ҡасан элеккесә таҙа һәм сәләмәт булып, шикләнеүҙәрһеҙ йәшәй башлайбыҙ инде…


Гөлшат Сөләймәнова, Стәрлетамаҡ ҡалаһы: Минең тормош элеккенән ул тиклем айырылмай тиһәм дә була, сөнки ҡурсаланыуға тиклем дә күберәк өйҙә ултыра инем. Шулай ҙа йә балалар килә ине, йә үҙебеҙ барып күрә инек, һирәк булһа ла йән дуҫтарым менән аралаша инем. Улым, был хәлдәр килеп тыуғас, беҙҙе ҡаты карантинға «ултыртты», аҙыҡ-түлекте алып килеп китә, һөт-икмәккә ике-өс көнгә бер сығам. Иптәшемә дарыуҙар кәрәк була, береһен Аптека.ру аша заказ биреп, яҡындағы аптекаға барып алдым, поликлиниканан бирелгәнен хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре алып килеп китте. Ҡайнымдың 95 йәше тулыу айҡанлы Баймаҡ районы гәзитенә мәҡәлә яҙҙым. Был да яуаплы эш! Иптәшем менән ҡайнымдың архивын рәтләйбеҙ, уның ҡағыҙҙары араһынан бик күп википедияға ҡулланырлыҡтарын айырып алдым. Бер аҙ тегеү менән булышам, иң башта унлап маска тегеп алдым. Өйҙә ултырып, көсһөҙләнеп китмәйек тип, күнегеүҙәр эшләйбеҙ. Өй эштәре ғәҙәттәгесә инде. Балконды йыйыштырҙыҡ, әле өй түбәләрен аҡларға тип йөрөйөм. Дөрөҫөн әйткәндә, бер минут буш ваҡытым булмай. Балалар һағындыра, шуныһы иң ҡыйыны, әл дә әле улары көн һайын тиерлек йә моделдәр булып ҡыланып, йә берәй фокус күрһәтеп, видеороликтар ебәреп, шылтыратып, күңелде күтәрергә тырышалар. Үҙҙәре уҡығас, ваҡыттары тар. Киленем 1-се класта уҡыған Ләйләбеҙҙән бушамай, бәләкәсебеҙ Арыҫландың тәтелдәп йөрөгән сағы… Их, оҙаҡҡа һуҙылмаһын ине был өйҙә ултырыу! Шулай ҙа әйткәндәрҙе үтәргә кәрәк, илебеҙгә зыян килтерерлек аҙымдарҙан һаҡланайыҡ, түҙемлек, сабырлыҡ барыбыҙға ла!


Рәшиҙә Ғизәтуллина

Рәшиҙә Ғизәтуллина, Бөрйән районы: Вирус ҡайғыһы юҡ. Уттай эш мәле. Участканы таҙартаһы, матурлайһы бар. Ейәнсәрем Арина балалар баҡсаһына йөрөмәгәс, был көндәрҙә Лилиә Мусинаның әлифбаһына тотондоҡ. Бик уңайлы төҙөлгән дәреслек! Хәрефтәр, һүҙҙәр генә өҫтөндә тапанып торолмай, шунда уҡ оҫта ҡулланылған текстар биреме аша көн дә бер әкиәт уҡырға эшкинә бала! Бөгөн шулай, «Торна менән төлкө» әкиәтенә юлыҡтыҡ. «Өләсәй, ә нимәштәп улар ҡунаҡҡа йөрөшкән? Нимәштәп маска кеймәгәндәр? Ә беҙҙә карантин ивет? Ә уларға нимәштәп юҡ карантин?» — тигән һорауҙар яуҙыра-яуҙыра, уҡып сыҡты бала ҙур ғына тексты! Был әлифба ярҙамында күпме һүҙлек запасы арттырҙыҡ, уларҙың мәғәнәһен,ҡулланылышын оттоҡ, грамматик күнекмәләр алдыҡ. Йәнһүрәт ҡарауҙан башҡа ҡыҙыҡ тапмаған бала яратып китте бит был шөғөлдө. Рәхмәт авторға — башҡорт теленә өйрәтер өсөн бик ҡулайлы әлифба төҙөгән! Табығыҙ, ҡулланығыҙ был әсбапты, үкенмәҫһегеҙ!

Көнһылыу Ҡотлобаева Сания апаһы менән

Бер йәшенән алып, Арина ҡыҙым менән «Аҡбуҙат» журналын алдырабыҙ. Апрель һанында килгән ҡағыҙ ҡыҙыҡай өсөн кейем ҡырҡыу уға бигерәк оҡшаны. Журнал вариантына яраҡлаштырып, тағы өҫтәп моделдәр ҡырҡып бирергә лә тура килде. Ейәнсәрем көн буйына шулар менән ҡыяланды. Йәнһүрәт ҡарап ала ла, тағы тотона, хатта төнгөлөккә йоҡларға әҙерләнгәс, тағы бер килке булышты ҡыҙҙары менән. Уларға исемдәр ҡушып сыҡты, хәҙер, әхирәттәре күбәйгәс, уға күңелһеҙ түгел. Баланың башҡортса һүҙлек запасын арттырыу менән бер рәттән эшкә өйрәтеү ниәтен дә күҙ уңынан ысҡындырмайым. Киле һәм төйгөстөң тәғәйенләнешен аңланы, әммә һүҙҙәр иҫендә ҡалмай ҙа ҡуя. Ваҡыт үтә бирһә, онота ла ҡуя. Яҙып ҡуйырға булдыҡ. Әлегә Е хәрефен өйрәнмәгәнбеҙ, шуға яҙып биргән ҡағыҙҙағы КИЛЕ-нең аҙаҡҡы хәрефен баштүбән уҡып: «ТӨЙГӨС КИЛӘ, өләсәй!» — тип иҫенә төшөрөп килмәһенме! Көлөрһөң дө, иларһың да. Беҙ үҙебеҙ үҫкәндә, һүҙҙәрҙе бит тәбиғи рәүештә, һауа менән бергә һулап, һыу менән бергә йотоп, үҙләштергәнбеҙ… Ололарҙан берәү ҙә беҙҙең менән шулай итеп көндәр буйы махсус шөғөлләнмәгән. Ә хәҙер? Донъяны үҙләштереү теелвизор һ?әм гаджет экран аша бара, балалар баҡсаһында тәрбиә эше лә урыҫ теленә күсә бара…


Көнһылыу Ҡотлобаева, Бөрйән районы: Эш тип баш ватаһы түгел — беҙҙең өсөн эш ул хәс тә интернет яланының үҙе! Яҡындарын тәмле ризыҡтар менән һыйлау ҡатын-ҡыҙҙың ҡанына һалынған. Ашарға ғына бешереү ҙә әллә күпме ваҡытты ала. Ә бында… Ҡар иреп бөткәс, урам тирәһен таҙартырға кәрәк, үҫентеләр ултыртырға урын, парник, теплица эшләргә кәрәк. Һыйыр тора аранда, ыбыр-сыбырҙары менән. Хатта тауыҡтар, йомортҡа һала ла, йөрөй эшем эйәһе булып. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән смс-сәләм килә: «Интернет аша китапхана төнөн үткәреүҙә ҡатнаша алаһығыҙмы?»… Башҡаларҙан…. Кемдер шәжәрә эшләй, Википедияла яҙыша, энциклопедияға мәҡәләләр яҙа, кемдер Еңеү көнөнә әҙерләнә… Ҡыҫҡаһы, ауылда «эшһеҙ кәримдәр» генә урам ҡыҙыра. Ҡалғандары йәбешеп ятып эш эшләй. Өй эштәрен менән генә булаһыңмы, әллә йәмәғәт эштәре менән генә шөғөлләнәһеңме — тәүлектең 24 сәғәте етмәй! Тик бына бикләнеп ултырыу ғына, ауыл кешеһе өсөн ситен. Элек сығып китһәк тә, ишеккә бик һалыу юҡ ине. Хәҙер эстә ултырып бикләйбеҙ. Ни хәл итәһең, Аллаһ Тәғәлә ҡушыуы инде. Үҙебеҙҙең ғәмәлдәребеҙҙе, ҡылыҡтарыбыҙҙы анализларға ваҡыты етте.


 

Сығанаҡтар

Wikinews-logo.svg Эксклюзивное интервью

Это эксклюзивное интервью Викиновостей.

Если автор интервью не указал свои источники, источником информации является он сам. Вы можете узнать, кто создал это интервью, из истории статьи: найдите в ней самую первую правку; тот, кто её внёс, и является автором статьи. На странице обсуждения статьи могут быть дополнительные пояснения. Если у вас есть замечания или предложения, первым делом напишите о них на странице обсуждения. Используйте страницу комментариев для обсуждения интервью по существу. Если у вас есть вопросы к участникам Русских Викиновостей, напишите на форум.


Эта страница создана участником З. ӘЙЛЕ в рамках конкурса «Останься дома с Викиновостями».