Путин Конституцион реформа буйынса тауыш биреүҙе күсерҙе, бер аҙна ял иғлан итте һәм һалымдарҙы күтәрҙе

Материал из Викиновостей, свободного источника новостей
На других языках: башҡортса • русский

25 марта 2020 года
Шаршамбыла, 25 мартта, Рәсәй Президенты Владимир Путин мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Ул Конституцион реформа буйынса тауыш биреү көнөн күсерҙе һәм бер аҙна ял иғлан итте. Планлаштырылған иҡтисади, финанс һәм һалым ҡыҫымынан бушатыу, граждандар һәм ҙур булмаған бизнес өсөн ташламалар тураһында һөйләне. Мөрәжәғәте һуңында Владимир Путин граждандарҙың банктраҙағы килеменә һәм сит ил граждандарының дивиденттарына һалымды арттырыу тураһында иғлан итте. Путиндың сығышына Рәсәйҙәге коронавирус пандемияһы сәбәп булды.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың мөрәжәғәтенең тулы тексы(матбуғат хеҙмәте тексы буйынса):

В.Путин: Хөрмәтле Рәсәй граждандары! Ҡәҙерле дуҫтар!

Һеҙгә хәҙер барыбыҙҙы ла борсоған мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт итәм.

Беҙ донъяла коронавирус эпидемияһына бәйле хәл-торош нисек киҫкен үҫешеүен күрәбеҙ. Күп илдәрҙә сирләүселәр һаны арта бара. Тотош донъя иҡтисады бәрем аҫтында ҡалды, хәҙерҙән уның түбәнгә тәгәрәүе фаразлана.

Алдан күрелгән саралар арҡаһында беҙ әлегә нигеҙҙә сирҙең киң һәм тиҙ таралыуын тотоп торабыҙ. Әммә шуны аңларға тейешбеҙ: Рәсәй үҙенең географик урыны менән дә хәүефтән ситтә ҡала алмай. Эпидемиянан етди зарарланған дәүләттәр менән сиктәшбеҙ, шуға ла уның илебеҙгә үтеп инеүен тулыһынса туҡтата алмайбыҙ.
Әммә беҙ профессиональ кимәлдә, ойошҡан рәүештә һәм ваҡиғаларҙы алдан күҙаллап эшләй алабыҙ һәм эшләйбеҙ ҙә. Бында төп өҫтәнлөк булып граждандарыбыҙҙың ғүмере һәм сәләмәтлеге тора.

Заманса медицина ярҙамы системаһын һәм профилактика эштәрен киң йәйелдереүгә барлыҡ мөмкинлектәр һәм ресурстар йәлеп ителгән. Табиптарға, фельдшерҙарға, шәфҡәт туташтарына, дауахана, поликлиника, ФАП, тиҙ ярҙам хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә, ғалимдарыбыҙға айырым мөрәжәғәт итергә теләйем. Бөгөн һеҙ илде һаҡлауҙың алғы сафтарында. Фиҙакәр хеҙмәтегеҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт белдерәм.

Граждандарҙы табиптарҙың һәм власть органдарының күрһәтмәләренә иғтибарлы булырға саҡырам. Бөгөн быға күп нәмә бәйле. Бигерәк тә был халыҡтың тиҙ бирешкән нескә төркөмдәренә: оло йәштәгеләргә һәм хроник сирҙәр менән яфаланыусыларға ҡағыла. Улар өсөн дә, башҡа граждандар өсөн дә хәүефте мөмкин тиклем кәметеү бурысы тора.
Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса алдан 22 апрель тип билдәләнгән Дөйөм Рәсәй тауыш биреү датаһы буйынса ла һорауҙар тыуыуы тәбиғи. Мин быға бик етди ҡарайым. Әлбиттә, һеҙҙең ошо – ил, йәмғиәт өсөн принципиаль, төп мәсьәлә буйынса килеп, фекерегеҙҙе белдереүегеҙҙе һораясаҡмын.

Әммә, әйтеп үтеүемсә, беҙҙең өсөн халыҡтың сәләмәтлеге, ғүмере һәм именлеге өҫтөнлөклө булып тора. Шуға күрә тауыш биреүҙе һуңғараҡ ваҡытҡа күсереү кәрәк тип иҫәпләйем. Төбәктәрҙә, дөйөм илдә хәл-тороштоң нисек булырына ҡарап һәм профессиональ фекергә, табиптарҙың, белгестәрҙең күрһәтмәләренә таянып, тауыш биреүҙең яңы датаһын билдәләү тураһында ҡарар ҡабул итербеҙ.

Артабан. Хәҙер сирҙең тиҙ таралыу хәүефенә кәртә ҡуйыу мөһим.

Шуға күрә алдағы аҙнаны эш хаҡтары һаҡланған ял аҙнаһы тип иғлан итәм. Йәғни ял көндәре шәмбенән – 28 марттан алып йәкшәмбегә – 5 апрелгә тиклем һуҙыласаҡ.
Әлбиттә, йәшәүҙе тәьмин иткән структуралар, шул иҫәптән медицина учреждениелары, дарыуханалар, магазиндар, банк, финанс иҫәп-хисабын тәьмин иткән учреждениелар, транспорт, шулай уҡ барлыҡ кимәлдәге власть органдары эшен дауам итәсәк.

Ҡабатлайым, оҙайлы ял көндәре тап сирҙең таралыу тиҙлеген кәметеү өсөн булдырыла.

Илдең барлыҡ граждандарына мөрәжәғәт итәм. Әйҙәгеҙ, беҙ урыҫтың “бәлки” тигәненә һылтанмайыҡ. Ғәҙәттәгесә: “Ә, был миңә ҡағылмай” – тип уйламағыҙ, зинһар. Ул һәр кемгә ҡағылырға мөмкин. Һәм бөгөн бик күп көнбайыш илдәрендә һәм Европала, диңгеҙ аръяғында күҙәтелгән хәлдәр беҙҙең яҡын киләсәк булыуы ихтимал. Барлыҡ күрһәтмәләрҙе лә мотлаҡ үтәргә, үҙеңде, яҡындарыңды һаҡларға, тәртип һәм яуаплылыҡ күрһәтергә кәрәк. Ышанығыҙ, бөгөн иң хәүефһеҙе – өйҙә ҡалыу.

Ағымдағы социаль-иҡтисади хәл-торошҡа айырым туҡталам. Бында беҙгә граждандарҙың социаль яҡланыуын, уларҙың килемен һәм эш урынын һаҡлау, шулай уҡ миллионлаған кеше йәлеп ителгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн өҫтәмә аҙымдар кәрәк.

Был йәһәттән тәү сиратта түбәндәге саралар тормошҡа ашырыласаҡ.

Беренсе. Граждандарға тейешле барлыҡ социаль түләүҙәр һәм льготалар алдағы алты айҙа бер ниндәй өҫтәмә белешмәләр һәм инстанциялар буйынса йөрөүҙәрһеҙ автоматик рәүештә оҙайтылырға тейеш. Мәҫәлән, әгәр ғаилә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса льготаға эйә икән, уға ярҙам алыу өсөн даими рәүештә килемен күләмен раҫлап торорға кәрәкмәй.
Шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ветерандарға һәм тыл хеҙмәткәрҙәренә 75 һәм 50 мең һум күләмендәге түләүҙәр ғәҙәттәгенән алда, май байрамдарына тиклем, апрелдә үк таратылырға тейеш.

Икенсе. Балалары булған ғаиләләргә ярҙам итергә кәрәк. Алдағы өс айҙа, апрелдән башлап, әсәлек капиталына хоҡуғы булған барлыҡ ғаиләләргә өс йәшкә тиклем һәр балаға ай һайын өҫтәмә рәүештә бишәр мең һум түләргә тәҡдим итәм.

Бындай ярҙам балалары яслеға йәки балалар баҡсаһына йөрөгән ғаиләләр, больничныйҙа йәки бала ҡарау буйынса отпускыла ултырған ата-әсәләр өсөн бигерәк тә мөһим. Ярҙамдың яңы сараһы, атап әйткәндә өс йәштән ете йәшкә тиклем балаларға түләүҙәргә килгәндә, барлыҡ ғаиләләр был түләүҙәрҙе июлдә түгел, ә бер ай алдан, йәғни июндән алһын өсөн Хөкүмәткә барлыҡ ойоштороу сараларын тиҙләтеүҙе йөкмәтәм. Шулай уҡ губернаторҙарҙан төбәк ЗАГС-тарына һәм һалым хеҙмәтенә кәрәкле мәғлүмәтте биреүҙе тиҙләтеүҙе һорайым. Коллегалар, түләүҙәрҙе тормошҡа ашыра башлау өсөн был бик мөһим, шуға иғтибар итегеҙ.

Өсөнсө. Больничныйҙа булған йәки эшен юғалтҡандарға ла ярҙам итергә кәрәк. Хәҙер эшкә яраҡһыҙлыҡ хеҙмәткәрҙең эш стажынан һәм уның эш хаҡы күләменнә сығып иҫәпләнә. Һөҙөмтәлә хеҙмәткәрҙәргә, тәү сиратта барлыҡ йәштәргә, больничный бик әҙ түләнеүе мөмкин. Был, әлбиттә, ғәҙел түгел. Норма билдәләргә тәҡдим итәм: эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса түләүҙәр айына берминималь хеҙмәт хаҡынан (МРОТ) да кәм булмаған сумманан сығып иҫәпләнергә тейеш. Әлегә был норма йыл һуңына тиклем ғәмәлдә буласаҡ, һуңынан инде хәл-торошҡа ҡарап ҡарар ҡабул итербеҙ.

Рәсәй иҡтисады, башҡа илдәрҙең иҡтисады кеүек үк, эпидемия эҙемтәләре арҡаһында көслө кире баҫымға дусар. Әйтеүемсә, эшен юғалтыусыларға ярҙам итергә кәрәк. Хәҙер ҡайһы бер категория граждандарҙан тыш, эшһеҙлек буйынса иң юғары пособие айына 8 мең һум менән сикләнә. Уның күләмен минималь хеҙмәт хаҡы күләменәсә, йәғни 12130 һумғаса арттырырға тәҡдим итәм.

Дүртенсе. Тағы бер хәүеф зонаһы – гарждандарҙың кредиты. Килемдәр ҡыҫҡарған ваҡытта бурысты элекке күләмдә түләү ауыр йәки бөтөнләй мөмкин түгел икәнлеге аңлашыла. Ҡулланыусылар һәм ипотека кредиттары буйынса каникулдар булдырыуҙы тәҡдим итәм. Һүҙ нимә тураһында. Әгәр кеше ауыр тормош хәл-торошона ҡалған икән, йәғни айлыҡ килеме ҡапыл 30 проценттан күберәккә ҡыҫҡарһа, ул бурысын түләүҙе ваҡытлыса туҡтатып торорға хоҡуҡлы. Әлбиттә, был осраҡта бер инндәй штраф санкциялары ҡулланылырға тейеш түгел. Рәсәй банкына шәхси эшҡыуарҙар өсөн дә кредиттарҙы пролонгациялауҙың шуға оҡшаш механизмдарын ҡараын һорайым.

Әгәр объектив сәбәптәр арҡаһында бурыс түләү ғәмәлдә мөмкин түгел икән, был осраҡта гражданин көрсөккә терәлергә, кредиторҙарҙың талабы әсире булырға тейеш түгел. Банкротлыҡ процедураһы кеше ауырйөк булырға тейеш түгел. Хөкүмәттән һәм парламенттан норматив базаға тейешле үҙгәрештәр индереүҙе тиҙләтеүҙәрен һорайым.
Бишенсе. Бәлкәй, урта бизнес, микропредприятиелар, бигерәк тә хеҙмәтләндереү өлкәһе хәҙер объектив ауырлыҡтар, заказдар кәмеүе, килем түбәнәйеүе менән күҙгә-күҙ осрашты. Бындай компанияларға тотороҡло эш тәьмин итергә,тимәк, хеҙмәткәрҙәрен һаҡлап алып ҡалырға ярҙамлашырға кәрәк. Ҡабатлайым, беҙҙең мөһим бурысыбыҙ, хәҙер барлыҡ эш биреүселәргә мөрәжәғәт итәм – хеҙмәт баҙарында тотороҡлолоҡ булдырыу, эшһеҙлеккә юл ҡуймау.

Дәүләт был мәсьәләне хәл итеүҙә бизнесҡа ярҙам итәсәк.

Бөгөнгө ябай булмаған хәл-торош менән осрашҡан предприятиеларға, тармаҡтарға түбәндәге ярҙам саралары менән тәьмин итергә тәҡдим итәм.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ компанияларына алдағы ярты йылда НДС-тан башҡа барлыҡ һалымдар буйынса кисектереү бирергә. Ә микропредприятиеларға, бындай кисектереүҙән тыш, социаль фондтарға страховка иғәнәләрен түләү буйынса кисектереү бирергә.

Банк кредиттарына килгәндә, бында ла ауыр хулды ҡалған бәләкәй һәм урта бизнес компаниялары, микропредприятиелар шулай уҡ алты айға крудиттар буйынса кисектереү алырға тейеш.

Дөйөм алғанда, Хөкүмәт һәм Үҙәк банкка аныҡ секторҙы, дәүләт гарантиялары һәм субсидиялар биреүҙе лә индереп, тотороҡло кредитлауҙың өҫтәмә сараларын тәҡдим итеүҙәрен һәм ҡабул итеүҙәрен һорайым.

Артабан. Ауыр хәлдә ҡалған предприятиеларҙы банкротлыҡтан һаҡларға кәрәк. Шул сәбәпле кредиторҙарға компанияларының банкротлығы һәм уларҙан бурыстарын, штрафтарҙы түләүҙәрен талап итеү буйынса алты айға мораторий индереүҙе тәҡдим итәм.

Ҡабатлайым, был саралар бөгөнгө ҡатмарлы хәл-торошта ауыр хәлдә ҡалған секторҙарҙа эшләүсе компанияларға ҡағыла. Шулай уҡ Хөкүмәткә даими мониторинг алып барыуҙы һәм ярҙамға мохтаж тармаҡтарҙың исемлеген киңәйтерүҙе, төҙәтеүҙе йөкмәтәм.

Алтынсы. Хәҙер беҙ граждандарҙың, бигерәк тә бәләкәй һәм урта предприятиеларҙа мәшғүл булыусыларҙың килеме кәмемәһен өсөн барыһын да эшәлргә бурыслы. Уларҙың бының өсөн өҫтәмә ресурстары барлыҡҡа килһен тиһәк, старховка иғәнәләрен ике тапҡырға - 30 проценттан 15 процентҡа кәметергә тәҡдим итәм. Бындай ставка МРОТ-тан артҡан эш хаҡы суммаһына тарала. Әгәр эш хаҡы МРОТ күләмендә йәки кәмерәк икән, ставка элеккесә, 30 процент күләмендә ҡала.

Иғтибарығыҙҙы шуға йүнәлтәм: кәметелгән ставка бер нисә айға ғына, көрсөккә ҡаршы сара итеп кенә түгел, ә оҙайлы киләсәккә индерелә. Шулай итеп беҙ эш биреүсегә хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы күләмен арттырыу өсөн оҙайлы дәртләндереү сараһы булдырабыҙ.

Һәм, ниһайәт, тағы ике сара. Улар хаҡында айырым әйтәм.

Беренсеһе. Рәсәйҙән сит илгә, оффшор юрисдикцияһына киткән барлыҡ килемгә тейешле һалым һалынырға тейеш. Хәҙер шундай средстволарҙың өстән ике өлөшө, ғәмәлдә, улар аныҡ кешеләрҙең килеменә, оптималләштереүҙең төрлө схемалары һөҙөмтәһендә бары тик 2 процент һалым һалына. Шул уҡ ваҡытта хатта бәлкәй эш хаҡына эшләп йөрөүселәр йән башына 13 процент һалым түләй. Был, йомшаҡ итеп әйткәндә, ғәҙел түгел.

Шуға күрә килемен дивидент рәүешендә сит илдәге иҫәбенә күсереүселәр өсөн бындай дивиденттарға һалым ставкаһын 15 процентҡа күтәреүҙе тәҡдим итәм. Әлбиттә, был ҡайһы бер илдәр менән ике тапҡыр һалым һалыуҙан ҡасыу тураһындағы килешеүҙе төҙәтеүҙе талап итә. Хөкүмәттән был эште ойоштороуын һорайым. Әгәр сит ил партнёрҙары беҙҙең тәҡдимде ҡабул итмәһә, Рәсәй был килешеүҙәрҙән бер яҡлы сығасаҡ. Һәм быны Рәсәйҙәге ресурстарҙың һиҙелерлек өлөшө улар аша үткән илдәрҙән башлаясаҡбыҙ.
Икенсе. Донъяның күп илдәрендә граждандарҙың банктарҙағы аҡсаларына һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙарына өҫтәлгән килемгә һалым һалына, беҙҙә – юҡ.

Банк вкладтары һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙары күләме 1 миллион һумдан ашҡан граждандарҙың килеменә 13 процент һалым билдәләүҙе тәҡдим итәм. Йәғни, вклад үҙе түгел, ә унан килгән процент килеменә генә һалым һалырға.

Был сара вкладсыларҙың бер процентына ғына ҡағыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта аҡсаларын Рәсәй банктарына һалыу шарттары элеккесә ылыҡтырылыҡ һәм донъяла иң юғары килемле булып ҡаласаҡ.

Тәҡдим ителгән ҡарарҙар ябай түгел. Әммә уларҙы аңлап ҡабул итеүегеҙҙе һорайым. Тағы шуны өҫтәйем, билдәләнгән ике сараны тормошҡа ашырыуҙан бюджетҡа ингән барлыҡ өҫтәмә килемде балалары булған ғаиләләргә, эшһеҙ ҡалыусыларға, больничныйҙа булыусыларға ярҙам итеүҙе финанслауға маҡсатлы йүнәлтергә тәҡдим итәм. Рәсәйҙең хөрмәтле граждандары!

Әгәр беҙ берҙәм булһаҡ, ағымдағы хәл-тороштоң ауырлығын аңлаһаҡ, әгәр дәүләт, йәмғиәт, граждандар бер йүнәлештә барһа, һәр ҡайһыбыҙ хәленән килгәнде эшләһә ҡабул ителгән барлыҡ саралар һәм тағы ла ҡабул ителәсәктәре, эшләйәсәк, һөҙөмтәләрен бирәсәк.

Беҙгә яҡындарыбыҙ, эргәбеҙҙә йәшәүселәр, ярҙамға мохтаж булыусылар өсөн шәхси яуаплылығыбыҙ хаҡында оноторға ярамай. Йәмғиәттең көсө, үҙ-ара ярҙамға ышанысы, юлыбыҙҙа осраған заман һынауҙарына яуабыбыҙҙың һөҙөмтәлелеге тап шундай теләктәшлектә сағыла ла инде.

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.

Сығанаҡтар[править]

Эта страница создана участником З. ӘЙЛЕ в рамках конкурса «Останься дома с Викиновостями».

Комментарии[править]

Викиновости и Wikimedia Foundation не несут ответственности за любые материалы и точки зрения, находящиеся на странице и в разделе комментариев.