Рәсәйҙәр беренсе тапҡыр Викимедианың күп теллелек буйынса конференцияһында ҡатнашты

Материал из Викиновостей, свободного источника новостей
На других языках: башҡортса • русский • татарча / tatarça • English

15 июля 2020 года

В этой статье упоминается Фонд Викимедиа, какой-либо из его проектов или люди, имеющие к ним отношение. Викиновости — один из проектов Фонда Викимедиа.

Викимедианың беренсе «Кельт төйөнө» тулыһынса онлайн-конференцияһына Википедияның Рәсәй халыҡтары телдәрендәге бүлектәре вики-йәмғиәттәренең тәжрибәһе тураһында Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова, Олег Абарников һәм Фәрхәд Фәтҡуллин доклад ебәрҙе.

Кельт төйөнө
Күп теллелек буйынса Викимедиа конференцияһы
9-10 июль 2020 г.
Онлайн-сара
#CelticKnot2020

🗒️ Трансляция программаһы

⏯️ Яҙылған
докладтар

🛰️ Параллель саралар

💬 Төйөндө
бергә төйнәйбеҙ

🖋️ Материалдарға
һылтанмалар

Йыл һайын уҙғарылған күп теллелек буйынса IV конференцияның ойоштороусылаштары — Бөйөк Британия һәм Германия Викимедиа милли чаптерҙары, «Ирландия Викимедиаһы йәмғиәте» юзер төркөмө һәм «Викимедиала тел төрлөлөгө» йәмғиәте. Тура эфир программаһындағы сығыштарҙың күп өлөшө рус теленә ауҙарылған, алдан яҙылғандары эш өҫтөндә.

Ике көнлөк саралар программаһы сателлит онлайн-саралар менән тулыландарылды, улар конференция алдынан үтте. Ойоштороусылар белдереүенсә, төрлө сәғәт һыҙатында йәшәүсе (Океаниянан алып АҠШ-тың Көнбайыш яр буйына тиклем) 150 кеше теркәлгән. Ҡатнашыусыларҙың үҙ-ара аралашыуы программаның һәр элементы өсөн алдан булдырылған Телеграм-каналдарҙа, YouTube тура эфиры чаттарында һәм Etherpad блокноттарында барҙы.

Быйыл конференцияла ирланд теленә баҫым яһалды, был ике көндәге пленар сығыштарҙа ла, шулай уҡ беренсе көндөң мәҙәни программаһында ла («ирланд шиғриәте һәм бейеүҙәре») сағылды. Викидата буйынса сығыштарҙың күплеге был ҡоралдың аҙ һанлы халыҡтар өсөн айырыуса мөһим булыуы менән аңлатыла. Алдан яҙылған докладтарҙан бигерәк тә Викимедиа проекттарын Басктар илендә һәм Уэльста белем биреү өлкәһендә ҡулланыу мөмкинлектәре тураһындағы видео-доклад барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ла ҡыҙыҡһындырҙы.

Сара баштан уҡ Ирландияның Лимерик ҡалаһында Хант музейында офлайн үткәреүгә планлаштырылһа, COVID-19 ойоштороусыларҙың планына үҙенең үҙгәрештәрен индерә. Онлайн-сара тиҙ үтте — күп сессиялар 15-30 минут барҙы, иң оҙайлы сессия эш төркөмөнөң бер сәғәткә һуҙылған Викимедиа йәмғиәтенең COVID-19 тураһында күп телле мәғлүмәт биреү панель дискуссияһы булды.

Конференция битен шулай уҡ татар телендә ҡарарға була. «Башҡортнамә» проекты тураһында сығыш башҡортса яһалды һәм яңғыратылды — инглизсә һәм һуңынан руссаға тәржемәчсе тауышы булмаған оригиналь башҡорт яҙмаһы ошонда.

Кельт төйөне
Викимедиа күп теллелек конференцияһы
9-10 июль 2020
Онлайн сара
#CelticKnot2020

«Кельт төйөнө 2020» сараһында рәсәйҙәрҙең ҡатнашыуынан һуң Викимедиа Фонды вәкилдәре дөйөм Викимедиа хәрәкәтенең вики-сараларын ойоштороуҙы яҡшыртыу мәсьәләләре буйынса ватан телдәре вәкилдәренең фекере менән ҡыҙыҡһынды.


Сығанаҡтар[править]

Оригинальный репортаж
Эту статью написал Фархад Фаткуллин (Frhdkazan) специально для Русских Викиновостей. Она содержит ранее не публиковавшиеся материалы или исследования, источником которых является сам автор. Статью проверил и опубликовал редактор Александр Красоткин (Krassotkin). Вы можете свободно без согласования и выплаты вознаграждения копировать, распространять и изменять эту статью в любых целях, включая коммерческие, однако вы обязаны указать автора, источник и лицензию. Например, так: Фархад Фаткуллин, Александр Красоткин; Викиновости; CC BY 2.5. Вы также должны обозначить изменения, если таковые были сделаны. Лицензии изображений уточняйте на их страницах на Викискладе.
Эта новость создана в рамках сотрудничества проектов Многоязычность и Вики-умный регион.МИР