Сибай баҙарында коронавирус сирле ит һатҡан
30 марта 2020 года
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаулау министрлығының COVID-19 пандемияһына бәйле көн һайын сәғәт 2-лә үткән брифингында һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Сибай баҙарында Силәбе өлкәһе кешеһе — SARS-CoV-2 коронавирусын йөрөтөүсе ит һатҡанын хәбәр итте һәм барлыҡ һатып алыусыларҙы өйҙә ҡалыуҙарын, үҙҙәре тураһында мәғлүмәтте хәбәр итеүҙәрен һораны.
Власть органдарының коронавирустың таралыуына юл ҡуймау маҡсатында иҫкәртеүе һәм ҡәтғи саралар күреүенә ҡарамаҫтан, халыҡ һаман да, вирус миңә ҡағылмай, тип уйлай. Һөҙөмтәлә 2020 йылдың 29 мартына ҡарата Башҡортостанда коронавирус шиге менән стационарҙарҙа 97 кеше, шул иҫәптән 16 бәлиғ булмаған бала ята.
Стаитстика үҙгәреп тора: кемдең диагнозы раҫланмай, улар өйҙәренә ҡайтарыла, әммә көн һайын яңылар килә. Башҡортостан буйынса COVID-19 менән сирләүселәр һаны 5 кешегә етте, шул иҫәптә бер бала ла бар.
Эпидемияға ҡаршы саралар сиктәрендә республиканың өс предприятиеһы: «Искож» акционерҙар йәмғиәте, «Магеллан» компанияһы һәм «MadyArt» туҡылмаған полипропилен материалдан махсус һаҡлаусы комбинезондар тегә башланы. 250 даналыҡ партия әҙер. 0 комбинезон Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығына бирелгән, «Башавтотарнс» дәүләт унитар предприятиеһын һәм "Халыҡ-ара «Өфө» аэропорты«Н тәьмин итең планлаштырыла.
Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡалаларында маршрутҡа сығыусы йәмәғәт транспорты, туҡталҡалар, ер аҫты һәм ер өҫтө йәйәүлеләр үткәүелдәре, башҡа йәмәғәт урындары даими дезинфекциялана.
Сығанаҡтар
[править]- Минздрав Республики Башкортостан «Брифинг по коронавирусу». . (архив)
- ИА Башинформ «В Сибае носитель коронавируса торговал на рынке, покупателям надо срочно изолироваться». , 28 марта 2020 года. (архив)
- Сергей Николаев «В Башкирии разворачивается производство защитных комбинезонов». , 28 марта 2020 года. (архив)
- ИА Башинформ «В Уфе начали дезинфицировать подъезды и подземные переходы». , 27 марта 2020 года. (архив)
- ИА Башинформ «Число подозреваемых на коронавирус в стационарах Башкирии возросло до 92 человек». , 28 марта 2020 года. (архив)
- ИА Башинформ «В Башкирии выявлен 5 случай инфицирования коронавирусом». ИА Башинформ, 29 марта 2020 года. (архив)
Ярҙамсы мәғлүмәт | Мәҡәлә статистикаһы • Мәҡәлә тураһында мәғлүмәт |
- Новости на башкирском языке
- 30 марта 2020
- Новости 2020 года
- 2020
- 30 марта
- Март 2020
- Источники без издателя
- Материалы Башинформ
- Статьи конкурса «Останься дома с Викиновостями» (З. ӘЙЛЕ)
- Статьи конкурса «Останься дома с Викиновостями» по алфавиту
- COVID-19
- SARS-CoV-2
- Башавтотранс
- Европа
- Здравоохранение
- Здравоохранение в Башкортостане
- Здравоохранение в России
- Здравоохранение в Уфе
- Коронавирусы
- Максим Забелин
- МВД России
- Министерство здравоохранения Республики Башкортостан
- Общественный транспорт
- Общественный транспорт в Башкортостане
- Общественный транспорт в России
- Общественный транспорт в Уфе
- Пандемии
- Пандемии в Башкортостане
- Пандемии в России
- Пандемии в Сибае
- Пандемии в Уфе
- Пандемия COVID-19
- Пандемия COVID-19 в Башкортостане
- Пандемия COVID-19 в России
- Пандемия COVID-19 в Сибае
- Пандемия COVID-19 в Уфе
- Республика Башкортостан
- Россия
- Сибай
- Транспорт
- Транспорт в Башкортостане
- Транспорт в России
- Транспорт в Уфе
- Челябинская область
- Эпидемии
- Эпидемии в Башкортостане
- Эпидемии в России
- Эпидемии в Сибае
- Эпидемии в Уфе
- Уфа
- Уфа (аэропорт)
- Баҫтырылған
- Содержат текст на башкирском языке
- Россия в марте 2020 года