Төрки телле викимедиасылар тренингы

Материал из Викиновостей, свободного источника новостей
Был яңылыҡ мөхәррирләнә.
Зинһар, уны мөхәррирләгеҙ. Әҙер булғас,
мәҡәләне мөхәррирҙәр тикшереү һәм баш биткә ҡуйыу өсөн
{{мөхәррирләнә}} яҙыуын {{тикшерергә}} тигәненә алмаштырығыҙ.
[[:Категория:|]]
<dynamicpagelist>

category = Баҫтырылған category = notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory=Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 18 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created </dynamicpagelist>[[Категория:]]

19 декабря 2022 года
[[Файл:|thumb|left|250px|]] Донъяның 10 иленән һәм автономиялы төбәктәренән төрки телдәрҙә һөйләшкән ирекмәндәр 2022 йылдың 21-23 октябрендәТөркиәнең Истанбул ҡалаһына, Үскүдар университетында Викимәғлүмәттәр буйынса тренингҡа йыйылды. Унда Башҡортостандан "Киске Өфө" гәзите журналисы Зәйтүнә Әйле, Башҡорт википедияһы хакимы Зөфәр Сәлихов, хаҡлы ялдағы ирекмәндәр, вики-өләсәйҙәр: Өфөнән Миңһылыу Абдуллина һәм Бөрйән районынан Луиза Юлдашева ҡатнашты. Юғары уҡыу йортоноң Үҙәк кампусында Айхар Соңғар исемендәге конференц-залда үткән сараны асыу тантанаһында сығыш яһап, Үскүдар университеты ректоры, психиатр, профессор Невзат Тархан яңы асыштар өсөн ирекле фекер йөрөтөү мөмкин булған мөхит булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Әгәр беҙ төрки телле һәм үҫешкән берләшмә булараҡ фән субъекты булырға теләһәк, ғилми азатлыҡты билдәле бер кимәлдә үҫтерергә тейешбеҙ.... Университеттарҙың дүрт функцияны үтәүе зарур. Беренсеһе - һөнәр тәьмин итеү, икенсеһе - тикшеренеүҙәр һәм асыштар менән шөғөлләнеү, өсөнсөһө - йәмғиәткә мәғлүмәт еткереү һәм дүртенсеһе - мәғлүмәттең продуктҡа үҙгәреүен, йәғни коммерциялаштырылыуын гарантиялау. Википедия - ул хәҡиҡәткә иң яҡын мәғлүмәт алыу һәм фәнни эште йәмәғәт файҙаһы итеп башҡарыу өсөн сығанаҡтар менән бүлешә», - тип белдерҙе ул. Сарала ҡатнашыусыларға үҙ дәүләттәренең флагтарын тотоп бергәләп иҫтәлеккә фотоға төшөү ҙә насип булды. Тренингтың төп маҡсаты булып ирекмәндәрҙең белемен һәм оҫталығын үҫтереүгә ярҙам итеү, Викимәғлүмәттәрҙе һөҙөмтәлерәк файҙаланыу буйынса хеҙмәттәшлекте киңәйтеү һәм нығытыу торҙо. Викимедиа фонды хеҙмәткәре Асаф Бартов ике көн дауамында Викидатала булдырылған яңы мөмкинлектәр, уйындар ярҙамында проектҡа ярҙам итеү, лексемалар менән тулыландырыу тураһында һөйләне. Башҡорт Википедияһы хакимы Зөфәр Сәлихов үҙ сығышында Башҡорт википедияһының үҫеш этаптары менән таныштырһа, Зәйтүнә Әйле универсаль карточканың ыңғай һәм кире яҡтары тураһында күҙәтеүҙәре һәм һығымталары менән уртаҡлашты. Сара программаһы тығыҙ итеп төҙөлһә лә, ҡала буйлап экскурсия ла ҡаралғайны. Ҡатнашыусылар араһында вики-өләсәйҙәргә иғтибар һәм ихтирам ҙур булды: Таксим урамына (Истанбул арбаты) башҡалар йәмәғәт транспортында барһа, беҙҙе дүрт: әзербайжан, инглиз, төрөк, рус телендә иркен һөйләшкән 28 йәшлек әзербайжан ҡыҙы Нурай оҙатып йөрөнө. «Күркәм быуат» (Великолепный век) фильмы төшөрөлгән күперҙән үтеү бигерәк ҡыҙыҡлы булды. Шулай уҡ Босфор боғаҙы буйлап карапта йөрөү ҙә матур хәтирә булып хәтерҙә һаҡланыр. Сараның һуңғы көнөндә Әзербайжан егете Рәжәп юлбашсыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди ҡәберенә алып барҙы. Википедияла Вәлиди тураһындағы мәҡәләне туған теленә тәржемә иткән ихлас егеттең бөйөк шәхесебеҙ менән һоҡланыуы, уны хөрмәт итеүе, үҙ кешеһе итеп ҡабул итеүе беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ булды. Викиирекмәндәр араһында иң ололары вики-өләсәйҙәр ине. Ә инде Татарстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжандан йәш википедистар килгән һум уларҙың төрөк, инглиз телдәрендә иркен һөйләшеүҙәре һоҡланыу тыуҙырҙы. Төрки телле вәкилдәр йыйылғанлыҡтан, тел уртаҡлығы шул тиклем күп булды, хатта ҡайһы бер һүҙҙәр бер үк яңғыраны. Үскүдар университетында һанлы технологиялар һәм программа тәьминәте бүлеге етәксеһе, Викимедианың төрөк телен ҡулланыусылар төркөмөн ойоштороусы Хакан Оздемир Үскүдар университетына һәм ойошма командаһына конференцияны үткәргән өсөн рәхмәт белдерҙе. «Төрки телле илдәрҙә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү сарабыҙҙың маҡсаты булып тора. Беҙ ошо 2019 йылда Швецияла үткән осрашыуҙа ошондай маҡсат ҡуйғайныҡ. Хеҙмәттәшлекте артабан да үҫтерергә өмөтләнәбеҙ», - тине ул. Өфө аэропортынан алып кире Өфө аэропортына килеп төшкәнгә тиклем сығымдарҙы ойоштороусы яҡ ҡапланы. Википедист булыуҙың шундай ыңғай яғы бар: сит илдәргә бушлай сәйәхәт итергә мөмкин. Мөмкинлектән файҙаланып, сит телдәр белгән йәштәрҙе Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре сафына саҡырыр инем. Телдәр белеү – заман талабы ғына түгел, үҙ милләтеңдең телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, тарихын донъя кимәленә алып сығыу мөмкинлеге лә ул. Луиза Юлдашева. Бөрйән вики-клубы ағзаһы, вики-өләсәй.

Сығанаҡтар[править]

  • «[ ]».

Комментарии[править]

Викиновости и Wikimedia Foundation не несут ответственности за любые материалы и точки зрения, находящиеся на странице и в разделе комментариев.