Башбаштаҡлыҡ өсөн - мәжбүри карантин

Материал из Викиновостей, свободного источника новостей
Башҡа телдәрҙә: башҡортса • русский
<dynamicpagelist>

category = Баҫтырылған category = Республика Башкортостан notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory=Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 5 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created

</dynamicpagelist><dynamicpagelist>

category = Баҫтырылған category = COVID-19 notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory = Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 5 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created

</dynamicpagelist><dynamicpagelist>

category = Баҫтырылған category = Преступность и право notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory = Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 5 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created </dynamicpagelist>

19 апреля 2020 года

РФ Генпрокуратураһы эмблемаһы

Суд зарарланған Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһынан (РКД) ҡасҡан хеҙмәткәрҙәрҙе карантинға оҙатты.

2020 йылдың 9 апрелендә SARS-CoV-2 коронавирусы менән зарарланыу осрағы асыҡланыу арҡаһында карантин иғлан ителгән РКД хеҙмәткәрҙәренең бер өлөшө дауахана тәҙрәһе аша ҡаса. Уларҙың ҡасыуын күреүселәр видеоға төшөрә. Һуңынан ролик социаль селтәрҙәргә сығарыла.

Шунда уҡ уны таратыусыларҙы кемдер йәлеп итеүҙә һәм алдашыуҙа ғәйепләнеләр. Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин быны тикшерергә һәм «фейк-видео» таратыусыны табырға ҡушты. Башҡортостан Республикаһы буйынса РФ Тәфтиш комитетының Киров районы бүлеге, йәнәһе, дауахананн ҡасыусы хеҙмәткәрҙәр тураһындағы роликты таратыу факты буйынса «граждандарҙың именлегенә һәм ғүмеренә хәүеф менән янаған хәл-торош тураһында ялҡан мәғлүмәт таратҡан өсөн» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғытты. Тикшереү хатта уны ысынбарлыҡҡа тап килмәй тип тапты һәм таратыусыларҙы эҙләй башланы.

Әммә, Башҡортостандың Юғары суды мәғлүмәтенә ярашлы, республиканың баш табибы иғлан ителгән краантинға ҡарамаҫтан медучреждениены ташлап киткән хеҙмәткәрҙәргә дәғүә белдерҙе.

«Суд тәртип боҙоусыларҙы мәжбүри рәүештә медицина учреждениеһына ауырыу билдәләре булмаған осраҡта һәм медучреждение ике тапҡыр кире анализ алғанға тиклем билдәһеҙ ваҡытҡа медицина тикшереүе үтергә ябырға ҡарар итте,
— тиелә БР Юғары судының мәғлүмәтендә.
»

Суд бер административ дәғүәне ҡәнәғәтләндереүҙән баш тарта.

Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында пациенттарҙың һәм хеҙмәткәрҙәрҙең COVID-19 менән зарарланыуы буйынса хәл-торошто республика прокуратураһы тикшерә. Тикшереү барышы Рәсәй Федерацияһы генераль прокуратураһы контролендә тотола.


Сығанаҡтар[править]

Эта страница создана участником З. ӘЙЛЕ в рамках конкурса «Останься дома с Викиновостями».