Категория:Башҡорт дәүләт университеты
Внешний вид
Башҡорт дәүләт университеты (БашДУ) (рус. Башкирский государственный университет, БашГУ) — Башҡортостандың беренсе юғары уҡыу йорто, Өфө ҡалаһында 1909 йылда Уҡытыусылар институты исеме менән асыла. 1920 йылдың ғинуарынан «Халыҡ мәғарифы институты», ә 1923—1929 йылдарҙа «Халыҡ мәғарифы буйынса ғәмәли институт» тип йөрөтөлә. 1929 йылдың октябренән уның базаһында К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты ойошторола. Был уҡыу йорто 1957 йылда «Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты» итеп үҙгәртелә. 1992 йылда «Октябрҙең 40 йыллығы» исеме төшөрөп ҡалдырыла һәм юғары уҡыу йорто «Башҡорт дәүләт унивеситеты» тип атала башлай.
|
|
Страницы в категории «Башҡорт дәүләт университеты»
Показаны 2 страницы из 2, находящихся в данной категории.