Эрзә википедистары Рәсәйҙә икенсе Викимедиа юзер-төркөмө төҙөнө

Материал из Викиновостей, свободного источника новостей
Перейти к: навигация, поиск
Geographylogo.png Башҡа телдәрҙә: башҡортса • русский • эрзянь

6 март, 2017

Был мәҡәләлә Викимедиа Фонды, уға ҡағылышлы ниндәйҙер проект йәки шәхестәр телгә алына. ВикияңылыҡтарВикимедиа Фондының бер проекты булған Викиновости эсендәге башҡорт теле бүлеге.
Логотиптың рус версияһы
УГМК музейы. «Рәсәйҙең баҡыр баш ҡалаһы» вики-конференцияһы ҡатнашыусылары Зөфәр Сәлихов (UG BAK) һәм Андрей Петров (UG EZY) экспонаттар менән таныша. Юғары Пышма, 9 декабрь, 2016 й.
«Торама» фолк-төркөмө V Эрзә Конгресын «Тюштя» йыры менән аса. Саранск, 7 июнь, 2016 й.

Wikimedia Foundation халыҡ-ара фонды «Эрзә телендә яҙыусы викимедиасылар» (англ. Wikimedians of Erzya language User Group) юзер-төркөмөнөң төҙөлөүен раҫланы. Ул Википедияны һәм Викимедианың башҡа проекттарын эрзә телендә үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Бындай хеҙмәттәшлек Викимедиа проекттарының төрлө бүлексәләренә, хоҡуҡи шәхесте барлыҡҡа килтермәйенсә, дөйөм эш алып барырға мөмкинселек бирә.

Викимедиа йүнәлешенең ғәҙәти төрө итеп ирекле төбәк ойошмалар — хоҡуҡи шәхестәр һанала, улар шулай уҡ «чаптер» тип атала. Рәсәйҙәге «чаптер» – коммерцияға ҡарамаған «Викимедиа РУ» ойошмаһы 2008 йылда барлыҡҡа килә. Эшмәкәрлегенең маҡсаты — Рәсәй Федерацияһы территорияһында ирекле мәғлүмәттең таратылыуына булышлыҡ итеү, Рәсәйҙә ойошма мораттарына ярашлы проекттарға ярҙам итеү (мәҫәлән, уларҙы Дәүләт Думаһында яҡлау).

Вики-проекттар үҫешкән ваҡытта кешеләргә бәйле юзер-төркөмдө төҙөү һәм эшен алып барыу ҡулайыраҡ, шулай уҡ күпселек мәсьәләләрҙе хәл итеү ҙә уңайлыраҡ икәне асыҡланды. Шулай итеп, фекерҙәш викимедиасыларҙы берләштереү һәм ойоштороу өсөн тап килеүе билдәләнде.

Тәү сиратта юзер-төркөмдәр Викимедианың ҙур булмаған ойошмаларына кәрәкле булып сыҡты — мәҫәлән, Рәсәй телдәрендәге Википедия бүлектәренә. Бындай бүлектәр һаны хәҙерге көнгә ҡырҡттан ашты.

2015 йылда Рәсәйҙә тәүге юзер-төркөм «Башҡортостан викимедиасылары» (UG BAK) барлыҡҡа килде, ул төп маҡсаты итеп башҡорт телендәге Википедия һәм башҡа проекттарҙың үҫешен ҡуйған. Шул арҡала новаторлыҡ эксперимент формаһында Викияңылыҡтарҙың башҡорт бүлеге асылды. UG BAK «Викимедиа РУ» һәм башҡа төбәк чаптерҙар һәм төркөмдәр менән эшләй. Башҡорт делегацияһы электән үк һәр Рәсәй вики-конференцияһында сығыш яһай. 2015 йылда Башҡорт дәүләт университетында тәүге айырым «Вики-Һабантуй» башҡорт вики-конференцияһы (башҡорт һәм рус йүнәлештәре эшләне) үтте. Башҡорт викимедиасылары оло йәштәге ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеп, уларҙы шаяртып «вики-өләсәйҙәр» тип атай.

Эрзә викимедиасылары юзер-төркөмө (UG EZY) — Рәсәйҙә шундай төрҙәге икенсе ойошма, эрзәләр телендәге вики-проекттарҙы үҫтереү өсөн төҙөлгән. Эрзә Википедияһы (Эрзянь Википедия) — 2008 йылда барлыҡҡа килгән, үҫешкәндәр рәтендә бара. 2016 йылда Викияңылыҡтарҙың эрзә бүлеге асылды.

Юзер-төркөмдө теркәү процедураһы 2016 йыл аҙағында үтте, фекерләшеү һәм тауыш биреүҙәр уҙғарылды, тейешле шарттар үтәлде: минималь үҙгәртеүҙәр, ҡатнашыусылар һаны, эрзә телендәге Викимедиа фонды проекттарының үҫеше буйынса маҡсаттар ҡуйылды һәм мәсьәләләр билдәләнде. Был турала Эрзә Википедияһы хакимы Андрей Петров хәбәр итте:

« Төркөмдөң ыңғай үҫеше ҡанатландырҙы! Ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәтемде нәҡ «Башҡортостан викимедиасылары» юзер-төркөмөнә еткергем килә. Беҙ ҙә башҡорт «вики-өләсәйҙәренә» ҡунаҡҡа эрзә «вики-олатайҙарының» йәки күрше «вики-өләсәйҙәренең» барыуын теләйбеҙ... Шаяртыуҙан тыш, юзер-төркөмдөң ойошторолоуы һәм башҡорт телендә ирекле мәғлүмәт идеяларын әүҙем таратыуы оҡшаны. »

Рәсәйҙә шулай уҡ Википедияның башҡа тел бүлектәре лә әүҙем эшләй. Улар араһында удмурт (шулай уҡ удмурт викияңылыҡтарын ҡарағыҙ), марый, яҡут (саха викияңылыҡтары), татар (викияңылыҡтар) һәм башҡалар.

Ғөмүмән әйткәндә, викимедиасылар төрлө йүнәлештәр буйынса берләшә ала — мәҫәлән, гел дә фин-уғыр телдәрендә (эрзә теле лә ҡарай) саралар үтә, 2016 йылда Ижевскта уҙғарылған Урал вики-семинары ла, шул уҡ ваҡытта башланған «Вики-Урал» конкурсы ла Урал темаһына бәйле. Хәҙерге ваҡытта Йошкар-Олала марый википедистарының «Вики-пайрем» вики-конференцияһына әҙерлек бара.

Википедияның төп принциптарының береһенә ярашлы, өҫтә аталған сараларҙа һәм ойошмаларҙа ҡатнашыу википедистарға бер ниндәй ҙә формаль өҫтөнлөк бирмәй, бар ҡатнашыусылар ҙа мөхәррирләү ваҡытында тиң һәм эске ҡағиҙәләрҙәге шарттарҙы үтәргә бурыслы. Әммә Викимедианың төбәк һәм тематик ойошмалары википедистарға аралашырға, тәжрибә уртаҡлашырға, яңы ҡатнашыусыларҙы йәлеп итергә һәм өйрәтергә мөмкинселек бирә — Википедия тел мәҙәниәтен һаҡлап, үҫтерергә булышлыҡ итә. Рәсәй телдәрендә һөйләшеүселәр өсөн был бик мөһим.



Сығанаҡтар[править]

Викияңылыҡтар өсөн үҙенсәлекле репортаж

Был мәҡәләлә Викияңылыҡтар өсөн махсус рәүештә яҙылған, мәҡәләлә үҙенсәлекле репортаж һәм тикшереүҙәр бар.

Мәғлүмәттең сығанағы күрһәтелмәгән осраҡта, автор үҙе сығанаҡ булып тора. Мәҡәлә тарихынан: кем беренсе булып мәҡәләне башлағанын табып авторҙы билдәләй алаһығыҙ. Мәҡәләгә инмәгән, һеҙгә билдәле булған факттар булһа, мәҡәләгә өҫтәп яҙығыҙ. Ваҡыт үтеү менән ваҡиғалар үҙгәрһә яңы мәҡәлә яҙығыҙ.

Һорауҙарығыҙ булһа форумға яҙығыҙ.


Фекерҙәр[үҙгәртергә]


Викияңылыҡтар, Викимедиа РУ һәм Wikimedia Foundation, Inc. мәҡәлә эстәлегендә һәм фекерҙәр бүлегендә булған ҡараштар өсөн яуап бирмәй.