Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров: «Беҙ хәл-торошто тотоп торабыҙ, ығы-зығы тыуҙырмайбыҙ»
8 апреля 2020 года

2020 йылдың 5 апрелендә «Рәсәй 1» телеканалындағы «Воскресный вечер с Владимиром Соловьёвым» тапшырыуы эфирында сығыш яһап, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров үҙенең ҡарамағында булған территорияла SARS-CoV-2 коронавирусы менән хәлде тыныс тип билдәләне.
![]() | Бөгөн иң насары – ығы-зығы тыуҙырыу. Беҙ уны тыуҙырмайбыҙ. Беҙҙеңсә, вирус буйынса хәл-торош тыныс үтә – уны ауыҙлыҡлау тотоп торабыҙ. Шуға күрә иң беренсе эшләгән эшебеҙ – ҡурсаланыу режимын һаҡлайбыҙ, был хаҡта халыҡ менән килештек һәм улар теләктәшлек белдерҙе. Икенсеһе иҡтисадтың киләсәгенә ҡағыла. Вирустар килә лә китә, беҙгә киләсәк тураһында уйларға кәрәк: әгәр хәҙер бөтөн иҡтисадты туҡтатып, уны емерһәк, был тороштан сығыуы бик ауыр буласаҡ. Шуға күрә күп предприятиелар беҙҙең рөхсәт менән, санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәп, эшләй. Беҙгә, урындағы хәл-торошто баһалап, әлбиттә, хәүефле һәм тәүәккәл ҡарарҙар ҡабул итеү вәкәләттәре бирелгәне өсөн рәхмәтлебеҙ. Өсөнсөһө – медицинаны хәлдәрҙең иң насар сценарий буйынса ағышына әҙерләү. Беҙ әле шуның менән шөғөлләнәбеҙ. Дүртенсеһе – бик мохтаждарға ярҙам ойоштороу. Был дүрт йүнәлеш бер-береһе менән киҫешә, әммә уларҙы ойошҡан рәүештә һәм аныҡ үтәгәндә, был ауыр юлды тыныс һәм аңлы үтергә мөмкин буласаҡ.— тине Башҡортостан Башлығы. | ![]() |
Әлеге ваҡытта республикала SARS-CoV-2 вирусы менән зарарланған сирлеләрҙе ҡабул итеү өсөн Минздрав талаптары буйынса йыһазландырылған 471 койка-урын әҙерләнгән. Сирҙең иң көслө ваҡытында был һанды 2,5 меңгә еткереү планлаштырыла. Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Жеребцов белдереүенсә, Башҡортостан хәҙерге ваҡытта эпидемиологик процестың 3-сө фазаһында тора.
Тотош Рәсәй буйынса коронавирус инфекцияһы менән зарарланыусылар һаны артҡан ваҡытта, Башҡортостанда өсөнсө тәүлек яңы сирләүселәр юҡ, дауахананан тағы ла бер пациент һауығып сыҡҡан. Шул уҡ ваҡытта, ProUfu бойондороҡһоҙ интернет баҫмаһы мәғлүмәте буйынса, Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында биш табипта COVID-19 шиге булыу арҡаһында дауаханаға оҙатылыуы һөҙөмтәһендә карантин иғлан ителгән. РКБ-ның башҡа хеҙмәткәрҙәре карантин бөткәнсе учреждениела пациенттар менән бергә ҡалырға тейеш.
![]() | Биш госпитализацияланған табипта үпкә шешенең ауыр формаһы асыҡланды.— тип белдерә ProUfu-ның Минздравтағы сығанағы. | ![]() |
Һуңыраҡ мәғлүмәтте «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы ла раҫланы.
![]() | Биш хеҙмәткәргә һәм ике пациентҡа пневмония диагнозы ҡуйылған, әлегә Covid-19-ҡа раҫлау юҡ. Улар йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына, артабан тикшерелеүгә һәм дауалауға оҙатылған. Пациенттарҙың хәл-торошо тотороҡло.— тип белдерә Минздравтың матбуғат хеҙмәте. | ![]() |
2020 йылдың 7 апрелендә РКБ-ның баш табибы Эльза Сыртланова ике табиптың коронавирусҡа анализы кире булыуын хәбәр итә, башҡаларҙыҡы әлегә билдәһеҙ.
Сығанаҡтар
[править]- ИА «Башинформ» «Глава Башкирии о COVID-19 на канале Россия-1: "Мы удерживаем ситуацию, не суетимся"». ИА «Башинформ», 6 апреля 2020 года года. (архив)
- ИА «Башинформ» «В Башкирии из больницы выписан четвертый вылечившийся от коронавируса». ИА «Башинформ», 6 апреля 2020 года года. (архив)
- Нурия Фатхуллина «Пять врачей РКБ им. Куватова в Уфе госпитализированы с подозрением на коронавирус». ProUfu, 6 апреля 2020 года года. (архив)
- ИА «Башинформ» «В Уфе РКБ им.Г.Г.Куватова закрыта на карантин из-за возможной вспышки коронавируса». ИА «Башинформ», 6 апреля 2020 года года. (архив)
- ИА «Башинформ» «В Уфе главврач РКБ имени Куватова сообщила о результатах анализов двух врачей на Covid-19». ИА «Башинформ», 7 апреля 2020 года года. (архив)
Ярҙамсы мәғлүмәт | Мәҡәлә статистикаһы • Мәҡәлә тураһында мәғлүмәт |
- Новости на башкирском языке
- 8 апреля 2020
- Новости 2020 года
- 2020
- 8 апреля
- Апрель 2020
- Материалы Башинформ
- Материалы ProUfu
- Статьи конкурса «Останься дома с Викиновостями» (З. ӘЙЛЕ)
- Статьи конкурса «Останься дома с Викиновостями» по алфавиту
- COVID-19
- ProUfu
- SARS-CoV-2
- Александр Жеребцов
- Башинформ
- Болезни
- Болезни в Башкортостане
- Болезни в России
- Владимир Соловьёв (1963)
- Внебольничная пневмонияВоскресный вечер с Владимиром Соловьёвым
- Врачи
- Главы Республики Башкортостан
- Европа
- Журналистика
- Журналистика Башкортостана
- Журналистика России
- Здоровье
- Здравоохранение
- Здравоохранение в Башкортостане
- Здравоохранение в России
- Интернет-издания
- Койко-места
- Коронавирусы
- Медицина
- Медицина в Башкортостане
- Медицина в России
- Министерство здравоохранения Республики Башкортостан
- Министерство здравоохранения Российской Федерации
- Пандемии
- Пандемии в Башкортостане
- Пандемии в России
- Пандемия COVID-19
- Пандемия COVID-19 в Башкортостане
- Пандемия COVID-19 в России
- Пневмония
- Политика
- Политика Башкортостана
- Политика России
- Радий Хабиров
- Республика Башкортостан
- Республиканская клиническая больница им. Г. Г. Куватова
- Россия
- Телеканалы
- Телевидение
- Телевидение в России
- Федеральная служба по надзору в сфере защиты прав потребителей и благополучия человека
- Эльза Сыртланова
- Эпидемии
- Эпидемии в Башкортостане
- Эпидемии в России
- Баҫтырылған
- Россия в апреле 2020 года