Ирәмәлгә сәйәхәт: әкиәти хәҡиҡәт

Материал из Викиновостей, свободного источника новостей
Перейти к навигации Перейти к поиску
Geographylogo.png Башҡа телдәрҙә: башҡортса • русский

14 август 2018
Ирәмәл — Башҡортостандың бейеклеге буйынса икенсе урында торған тауы. 2010 йылдан «Ирәмәл» тәбиғи паркы ойошторола һәм тау уның территорияһында тороп ҡала. Тауға йылына 15000-дән ашыу кеше менә. Иң еңеле тип Силәбе өлкәһенең Төлөк ауылы яғынан һалынған маршрут һанала. Бында ниндәйҙер кимәлдә туристик инфраструктура ла булдырылған. Өҫтәүенә, ул башҡаларына ҡарағанда ҡыҫҡараҡ. Хәбәрсебеҙ Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова күптән түгел Ирәмәлгә сәфәр ҡылды һәм әкиәти хәҡиҡәт тәьҫораттары менән бүлешә.

Ниәт әйт

Сирләп дауаханаға эләктем. Дауаланыу бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй — алҡа китеш юҡ. Палатала бергә ятҡан ҡарт миңә Ирәмәл тураһында һөйләне. Беҙҙә ундай изге урындар булмағанлыҡтан, эстән генә: «Әкиәтеңде һөйләмә, ниндәйҙер таш кемделер дауалһын, имеш…» — тип уйланым… һәм һуңынан был һөйләшеүҙе бөтөнләй оноттом. Күптән түгел миндә яман шеш булыуына шик белдерҙеләр. Шул ваҡыт ҡапыл теге ҡарттың һөйләгәндәре хәтеремә килде, Интернетҡа инеп, Ирәмәл, ниндәй тау, ниндәй үҙенсәлеге булыуы хаҡында мәғлүмәттәр эҙләй башланым. Юлға оҙпҡ йыйындым, ҡурҡытты ла, ни тиһәң дә 3000 километр самаһы. Златоустҡа тиклем поезд менән килдем, артабан Төлөккәсә автостоп ысулын һайланым һәм шул көндө үк Төлөккә килеп еттем. Аллаһы Тәғәлә юлыма изге күңелле, яҡшы юлдаштар сығарып торҙо, улар хатта тауҙың итәгенә тиклем килтерҙе.

Иртәнге аш ваҡытында

Әңгәмәсем һөйләй, ә мин уйҙарым менән бер нисә көн элек үткән ваҡиғаларҙы тағатам. Алдымда һайлау тора: байрамға барырғамы, әллә тауға юлланырғамы. Шул ваҡыт дуҫтарымдан ярҙам килде: «ниәт белдер» — тигән ике генә һүҙ ине ул. Көндәлек ығы-зығыла, ысынлап та, ниндәйҙер мәлдә ниәт белдереү тигән шәп ысул хаҡында онотоп ебәргәнмен икән бит! Ниәт белдергәс, барыһы ла шунда уҡ урынына ултырҙы: асылыма, ысын йортома — тәбиғәткә, тамырҙарыма ҡайтам!!!

Лагерь урынлашасаҡ аҡланға бер ни тиклем һуңлап килеп еттек. Уйламаған ҡаршылыҡтар тотҡарланырға мәжбүр итте, әммә команданан бер кем дә зарланыу белдермәне: тәжрибәлеләр барлыҡ һынауҙарға өйрәнгән һәм һәр ҡаршылыҡты рәхмәтле булып ҡабул итә, ә беренсе тапҡыр килеүселәр еңелсә шоктан арынмаған әле: эҫе ҡояш аҫтында алыҫ юлды үтеү ҙә үҙенкен итә. Ә инде трассанан боролоп, асфальт юл бөткәс, урман юлынан күтәрелгән саң хатта кире уйҙарҙы ситкә алып китә, ә соҡор-саҡыр һелкетә-һелкетә уларҙы баштан берәм-берәм ҡойоп ҡалдыра…

…Тәбиғәттә ғәҙәттәгесә, был төндә йоҡо алманы. Шулай ҙа йоҡо тоғо эсенлдә күҙҙәрҙе йомоп, тәбиғәттең нисек тын алыуын тыңлап ятыу үҙе бер рәхәтлек бирә һәм көс өҫтәй. Ҡояштың беренсе нурҙары күренер-күренмәҫтән лагерҙа ҡыштырлау башланды: палатканан башты тығып ҡарамайынса ла уның кем икәнен белрергә мөмкин — беҙҙең алмаштырғыһыҙ ашнаҡсы, ул бешергән бутҡаның һәм йәшелсә ашының тәме бер ваҡытта ла тел осонан китмәгән Әлфиә апай иртәнге аш әҙерләй.


Яйлап лагерға йән инде, ә бер аҙҙан инде ул умарта күселәй гөжләй ине, кемдер хәбәр һата, кемдер эш менән булаша, әммә һәр ерҙә шат көлөү тауыштары яңғырай. Хатта бер яҡ ситтә тыныс ҡына йоҡлап ятҡан таныш булмаған ир-егетте лә «өңөнән» һөйрәп сығарып, иртәнге ашҡа саҡрҙылар. Шулай итеп ул беҙҙең төркөмдөң тулы хоҡуҡлы хужаһына әүерелде.

 
Артылыш
Юл башлаусылар китте

Ете кеше тау итәгенә («Ирәмәл» тәбиғә паркының территорияһы сигенә тиклем) машинала китте. Бынан бер нисә йыл элек кенә Төлөктә (элек был ерҙәр башҡорттарҙыҡы булған. Төлөк — теләк тигәндән алынған. Тимәк, тау башында ғына түгел, уға артылғанда ла теләк теләргә кәрәк һәм ул мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ!) туристарҙы тау итәгенә тиклем алып барып һәм кире алып ҡайып хеҙмәтләндергән төркөм эшләүе төшкә лә инмәҫ ине. Баҙар мөнәсәбәттәре. Шулай уҡ водителдәрҙең яҙылмаған теләктәшлеге бар — илдең төрлө төбәгенән туристарҙы алып килгән водителдәр транспорттары менән билдәле территориянан ары үтмәй. Һөҙөмтәлә һарыҡтар ҙа иҫән, бүреләр ҙә туҡ.

Мәскәй әбей һарайы

Төп төркөм өсөн тауға менеү лагерҙан башланды. Әммә һәр километр һайын карауан һуҙыла башланы. Тикшереү пунктында күптәр тағы ла нисә километр ҡалыуы хаҡында һораша ине инде. «Уңға китһәгеҙ — аты километр, һулға китһәгеҙ — ете», — тип яуап бирә ҡурсаулыҡ хеҙмәткәре… Шунда уҡ күҙ алдына ғалим-бесәй килеп баҫа: уңға китһә — йыр һуҙа, һулға китһә — әкиәт һөйләй… Ғәмәлдә тикшереү пункты уҡ әкиәткә көйләй — һәр ерҙә ағастан эшләнгән әкиәт геройҙары, тауыҡ тәпәйле йорт, ә ғалим-бесәй урынына бәйҙә торған эт. Хәйер…

КПП

Мин бөтөнләй тигеҙлектән килдем. Ете километр күтәрелергә тигәс, үҙемдең белорус тигеҙлеге иҫәбе менән, анһат, тип уйланым. Ә инде тауға күтәрелә башлаһаң, ғәфү итегеҙ, ҡасан ғына был артылыш бөтә инде, тип уйлайһың. Шунда уҡ күҙ алдыма Мересьев килде — мин дә 100 аҙым атлайым да — ултырам, 100 аҙым атлайым да — ултырам. Юл ыңғайы ниндәй ултырыр урын бар, хәҙер уларҙың барыһын да беләм. Ултырам да, ҡасан ғына был һынау тамамлана инде, исмаһам, тау платоһына етергә ине, тип уйлайым.

Миңә, киреһенсә, тауға менеү еңел булды. Бәлки, баштан уҡ әкиәт эсенә сумғанғалыр, сөнки Ирәмәлгә беренсе тапҡыр менгәндән һуң күпме йыл үтһә лә, хәтеремдә һаман да ундағы сихри күренештәр һаҡлана: мүк ҡаплаған ағастар иҫкә төшөү менән бала саҡтан телевизорҙан ҡараған рус әкиәттәре кадрҙары (булған бит заманалар! Телевизорҙан башҡорт түгел, рус әкиәттәрен ҡарап үҫкәнбеҙ, әммә туған телебеҙҙе сит телгә алмаштырмағанбыҙ!) бер-бер артлы күҙ алдынан үтә; тауға артылғанда литрлап эскән тау шишмәһенең тереһыуы; ниндәйҙер сихри көскә буйһоноп, хәҙер инде ҙур-ҙур таштар булып ҡатып ҡалған йәнлектәр; иғтибарлап тыңлағанда селтерләп кенә көлгәне ишетелгән таш йылғалары һәм эсеп тә һулап та туйып, танһыҡты ҡандырып булмаған, яңы ғына һауылған йылы һөт кеүек тәмле, йомшаҡ тау һауаһы!

Таш йылға

Ниндәйҙер ваҡытта, Аллаһмы йәки тау эйәләреме, бәлки, ошонда йәшәгән башҡа йән эйәләрелер — мин быны аңлата алмайым, быға барып етмәгәнмен, өлгөрмәгәнмен әле — миңә ҡыйын икәнлеген күреп, ярҙам ебәрҙе: минән алда ғына өс ҡустым бара, мин уларҙан ҡалмаҫҡа тырышып, арттарынан эйәрәм. «Улар бит ҡустыларым, уларҙың артынан барырға кәрәк», — тип уйлайым. Шулай платоға ла барып еттем. Киске сәғәт 5-тәрҙә артыла башлағайным, платоға килеп еткәндә сәғәт төнгө икенсе киткәйне. Платола торам һәм алдымда тағы ла бер үркәс булыуын күрәм. Текә, ҙур-ҙур таштар менән уратылған. Башымдан бер генә уй үтте: менә алмаясаҡмын.

Платоға килеп еткәс, саҡ ҡына ҡалған һымаҡ, әммә ошо 300—500 метр ара хәтерҙә нығыраҡ һаҡлана, сөнки ҙур таштар буйлап менергә тура килә. Шул уҡ ваҡытта таштарға аяҡ терәү менән көс артҡанын һиҙәһең. Ғәҙәти һуҡмаҡтан атлауға ҡарағанда таштар буйлап барыу, таштан-ташҡа һикереү, йүгереү еңелерәк. Бәлки, Ирәмәлдең көсө тап ошо таштарҙа булғанлыҡтандыр? Сөнки улар ябай таш түгел, ә тотош мәрмәр һәм кремень.

Иртән бөтөн тән һыҙлай, аяҡтар өйкәлгән, ауыртмаған ер юҡ. Тау башына ҡарарйым да, саҡ иламайым: менә алмаясаҡмын. Кирегә йыйына башланым, ә күңелде нимәлер өйкәп тора: 3000 километр юл үтеп килдем, тауға артылдым… һәм башына менеп етә алманым… Ҡапыл артымда ҡустым Александрҙың тауышын ишетәм: «Коля, тауға менмәһәң, һин бит үҙеңде ихтирам итмәйәсәкһең. Хәҙер кире боролоп китһәң, барлыҡ тормошоңдо ҡыйратасаҡһың. Күпме ер үттең, тауға килдең һәм саҡ ҡына ҡалғас менәеп етмәнең. Мин һине алып менәм. Биштәреңде ҡалдыр шунда. Киттек!» Һәм һын алға үтте. Тормошта ул төйөрөм, ә бында нисектер, һонторораҡ. Шулай мине тауҙың өстән бер өлөшөнә тиклем артынан эйәртеп алып барҙы. Мин биш ташты үтәм дә ял итәм, биш ташты үтәм дә ял итәм. Ниһайәт, тауҙың башына менеп еттем. Яйлап уны тулыһынса урап сыҡтым.

Түбәнән ҡарағанда, ҡайтыр юлдан саҡ ҡына һулдараҡ пирамида күрҙем һәм уның эргәһенә барыу теләге тыуҙы. Әммә төшкәндә һуҡмаҡты уҙып киткәнменме, боролоп ҡарағанда ул күпкә артта ине инде. Ә миң тауҙан төшөү мөһимерәк, сөнки аҙыҡ юҡ, бик күп калория юғалттым. Әҙерлекһеҙ ҙә инем. Аяҡтарымды ла өйкәттем, өсөнсө көн саҡ иҫемә киләм.

Түбәһенә артылыу


Тау
Тағы саҡ-саҡ…

Ирәмәлгә, ысынлап та, әгәр тау уға рөхсәт итә икән, теләгән кеше менә ала. Әгәр кемдер быға лайыҡ булмаһа, хатта платоға килеп еткәс икән менмәҫкә меңдәрсә сәбәп табылыуы, тәбиғәт күренеше ҡамасаулауы ихтимал. Беҙҙең төркөмдә иң оло турисҡа 72 йәш булһа, хатта 80 йәшлектәрҙең дә менеү осраҡтары юҡ түгел. Был юлы иһә йәштәр, балалар бик күп ине. Тауҙан төшкәндә ике малайҙы үтеп киттек һәм шаяртып, ни өсөн такси саҡыртманығыҙ, тип һораныҡ. Аталары етди төҫ менән: «Вертолет саҡыртҡайныҡ», — тип яуаплағас, беҙҙең йөҙҙә лә етдилек барлыҡҡа килде: «Нимә тинеләр?» «Заказдар бик күп икән, өлгөрә алмайҙар». «Һеҙ ир-егеттәр бит, яйлап үҙегеҙгә төшөргә тура килә инде!» Онотоп торам: пирамидалар! Ирәмәлдә улар 13. Мысыр пиармидаларынан ныҡ айырылалар, сөнки уларҙы туристар тау башындағы таштарҙы алып төшөп төҙөгән, әммә шундай уҡ ҡеүәтле көскә эйә, тиҙәр. Ысынмылыр — әйтә алмайым, әммә Ирәмәлгә һәм пирамидаларға туристар ағымы йылдан-йыл арта. Бында бер тапҡыр булған кеше ҡабат тағы ла киләсәк. Ирәмәлдең тартыу көсө шулай.

Миңә Ирәмәл оҡшаны. Хәҙер бына икенсе тапҡыр күтәрелергә ниәтләйем. Беренсе тапҡыр, моғайын, бәлки, тау мине аңламағандыр йәки мин уны. Бәлки, бында ҡасандыр йәшәгән юғары аң: «Әһә, ҡасандыр мине таш тигәйнең, бына хәҙер һин кем дә мин кем икәнлеген уйла. Мин һиңә минең менән аралашыусы кешеләр ебәрәм. Улар менән аралашып, үҙеңдең тормошоңдо ҡайтанан ҡара», — тип уйлағандыр. Нисек кенә булмаһын, бында ниндәйҙер мөғжизә бар. Кисә һеҙ түңәрәккә тороп, тауға менергә әҙерләнгәндә, бәләкәй генә инструктаж үткәндә мин бер ни тиклем аңланым: баҡтиһәң, миндә кире, насар тойғолар шул тиклем күп икән, һәр саҡ шулар эсендә йәшәгәнмен, шуға онкология барлыҡҡа килгән дә инде. Бөгөн дә һеҙҙең менән аралашыу оҡшаны, тормошобоҙға үҙебеҙ хужа, барлыҡ энергетика ағымдары менән идара итә алабыҙ икәнлеген аңланым. Бары тик беҙ улар менән файҙалана белмәйбеҙ. Бына һауа һулап йөрөйһөң, ә кемдер уны елкәнле кәмәне хәрәкәткә килтерер өсөн ҡуллана, кемдер һауа шарына тултырып, күккә күтәрелә…

Мунса
Турист мунсаһы

Ҡайтыр юл һәр саҡ еңелерәк һәм тиҙерәк үтелә, тиҙәр. Әммә Ирәмәлдән төшкәндә түгел. Бәлки, был тау башында үҙеңде ысын өйөңдә итеп тойоу, үҙеңдең тәбиғәт балаһы икәнлегеңде аңлау һәм ике, өс төрлө стандарттар менән йәшәүсе ике йөҙлө яһалма тормошҡа кире ҡайтҡы килмәгәнлектәндер? Һәм аҙым һайын: «Саҡ ҡына ҡалды. Иң мөһиме — шишмәгә етһәң тереһыу эсерһең, йыуынырһың, көс өҫтәлер…» — тип үҙ-үҙеңде өгөтләйһең. Шулай уҡ лагерҙа тәмле киске аш, турист мунсаһы көтөүе күңелде йылыта. Тамаҡ туйҙырып, эҫеһе шартлап торған мунсала ҡайын, шыршы ботаҡтарынан бәйләнгән миндек менән сабынып, Төлөк йылғаһының һалҡын һыуына сумыу барлыҡ арыуыңды ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сығара бит ул!

Мунса иҫ киткес булды! Һуғыш ваҡытында партизан олатай-өләсәйҙәребеҙ ер ҡаҙып шуға оҡшаш нимәлер эшләгән, әммә бындай мунсаны тәүгә күрәм. Йүнләп йоҡлай алмай инем, мунсанан һуң иҙерәп йоҡлағанмын… Шулай уҡ һеҙҙең үлән сәйе бик оҡшаны.

…Мунса ҡөҙрәтеме, көйләнешме, әммә иртән мускулдар ауыртыуы һиҙелмәне. Хатта, Ирәмәлгә тағы менәйекме, тип шаяртып та алдыҡ. Етәксебеҙ урынлы ғына итеп 5 йәшендә тауҙы артылған улы тураһында һөйләне: икенсе көн әсәһе: «Улым, бөгөн тағы тауға менәбеҙме?» — тип һорағас, малай уға аптырап ҡарап: «Әллә иҫәр инде». — тип ҡуя. Ғәмәлдә иһә, запаста тағы берәй көн булһа, биллаһи, ҡабат тауға менергә теләүселәр табылыр ине.

Миңә Ирәмәл менән дуҫлашырға кәрәк. Яралар төҙәлгәс, ҡабат күтәреләсәкмен, уны тыңлармын, бәлки, һөйләшергә теләр. Тағы ҡайҙалыр йүнәлеш бирһә, артабан юлымды дауам итермен. Юл күрһәтмәһә инде, ҡайтырға тура килер.

Ларкин тарлауығы
Ларкин тарлауығы
Минск ҡалаһынан килгән Николай Кустовский үҙе

Көндөң болотло булыуы Ларкино тарлауығына барып һыу инергә ҡамасауламаны. Бындағы хозурлыҡты яҙып та, фотоға төшөрөп күрһәтеп тә аңлатып булмай. Бары тик ғүмереңдә бер тапҡыр булһа ла килеп, үҙ күҙҙәрең менән күрергә кәрәк. Әммә ошо матурлыҡҡа оҙаҡ һоҡланырға ваҡыт юҡ — әкиәттән ысынбарлыҡҡа ҡайтырға кәрәк. Был сәфәр тағы ла нимәһе менән хәтерҙә ҡалды: ҡояшта ла ҡыҙындыҡ, тау йылғаһында һыу ҙа индек, елдә лә елләнек, ҡойма ямғырға ла эләктек. Башҡа ваҡытта булһа, бәлки, кемдер һуҡраныр ҙа ине, әммә Ирәмәлдә кире тойғоларға урын юҡ -тәбиғәттең барлыҡ күренештәренә ҡыуандыҡ, сөнки тәбиғәт беҙҙе үҙе шулай таҙарындырҙы! Әкиәт инде… Ә бәлки, мажаралыр?..

Бығаса башҡорттар менән аралашырға тура килмәне. Әммә һеҙ ҙә БР-ҙан, мин дә БР-ҙан, был үҙе үк яҡынайта. Төркөмөгөҙҙө кешеләр шундай яҡшы, шат, ихлас, изге күңелле! Яңғыҙым күңелһеҙләнеп, һыҙланып ятыр инем. Һеҙ килдегеҙ ҙә, тормош икенсе юлдан тәгәрәне: кемдер пластырь килтерә, кемдер башҡа нәмә… Иҫ китерлек! Хатта шундай мажараға тарығаныма шатмын да. Барыһы өсөн дә рәхмәт һеҙгә! Ирәмәлгә рәхмәт! Бөйөк көскө рәхмәт! Уңышлы, бәхетле, сәләмәт булығыҙ!

Йомғаҡлау һүҙе

Ирәмәлгә сәйәхәт тураһында яҙырға ниәтем юҡ ине. Ә инде Беларусь Республикаһының Минск ҡалаһынан килгән Николай Кустовскийҙы осратып, уның менән аралашҡандан, уны тыңлағандан һуң, «мейеләге» «компьютерҙа» бына шундай «форматҡа тура килмәгән» файл пәйҙә булды. Бәлки, был юҡҡа түгелдер, сөнки Ирәмәл уның саҡырыуын ишеткән һәм уны тыңларға әҙер булған кешеләрҙе магнит кеүек тартып тора. Ә инде ошо бейеклекте артылғандарҙың фекерләүе, донъяға ҡарашы тамырынан үҙгәрә. Һәм улар бер ваҡытта ла элекке булмаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта мин дә.


 

Сығанаҡтар[править]

Викияңылыҡтар өсөн үҙенсәлекле репортаж

Был мәҡәләлә Викияңылыҡтар өсөн махсус рәүештә яҙылған, мәҡәләлә үҙенсәлекле репортаж һәм тикшереүҙәр бар.

Мәғлүмәттең сығанағы күрһәтелмәгән осраҡта, автор үҙе сығанаҡ булып тора. Мәҡәлә тарихынан: кем беренсе булып мәҡәләне башлағанын табып авторҙы билдәләй алаһығыҙ. Мәҡәләгә инмәгән, һеҙгә билдәле булған факттар булһа, мәҡәләгә өҫтәп яҙығыҙ. Ваҡыт үтеү менән ваҡиғалар үҙгәрһә яңы мәҡәлә яҙығыҙ.

Һорауҙарығыҙ булһа форумға яҙығыҙ.
 

Комментарии[править]

Викиновости и Wikimedia Foundation не несут ответственности за любые материалы и точки зрения, находящиеся на странице и в разделе комментариев.