Коронавирустың Башҡортостандағы тәүге "ҡорбаны"

Материал из Викиновостей, свободного источника новостей
Башҡа телдәрҙә: башҡортса • русский

1 апреля 2020 года

Ермолаево

2020 йылдың 30 мартында тормош иптәше менән Доминикан Республикаһында ялда булыуын йәшергән һәм ҡайтыу менән карантинға китеү урынына эшкә сыҡҡан Көйөргәҙе районының Ермолаево ауыл биләмәһе башлығы Роман Барановский, үҙ теләге менән эштән китеү тураһындағы ғаризаһына ярашлы, биләгән вазифаһынан бушатылды.

Уның ҡатыны — белеме буйынса медик, шулай уҡ ҡайтыу менән эшкә сығып, сирлеләрҙе дауалау менән шөғөлләнгән.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров был туралабылай тип белдерҙе:

Был — әшәке, ҡәбәхәт, әхлаҡһыҙ тәртип. Бындай кешеләр менән хушлашырға кәрәк. Был — тирә-яҡтағыларға ҡарата намыҫһыҙ, ғәҙелһеҙ мөнәсәбәт. Һәм ул беҙҙең эшкә аяҡ сала — шунан һуң халыҡтан нимәлер талап итергә ниндә әхлаҡи хоҡуғыбыҙ булһын. Был кешенең дәүләт власы органдарында эҙе лә булмаһын.

Сығанаҡтар[править]

Эта страница создана участником З. ӘЙЛЕ в рамках конкурса «Останься дома с Викиновостями».