Өфөлә башҡорт милли кейеме байрамы үтте

Материал из Викиновостей, свободного источника новостей
Перейти к навигации Перейти к поиску
Geographylogo.png Башҡа телдәрҙә: башҡортса • русский

28 мая 2016

Holiday Bashkir national costume 51.jpg
Был мәҡәләлә Викимедиа Фонды, уға ҡағылышлы ниндәйҙер проект йәки шәхестәр телгә алына. ВикияңылыҡтарВикимедиа Фондының бер проекты булған Викиновости эсендәге башҡорт теле бүлеге.

«Евразия йөрәге» — «Heart of Eurasia» Халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә 28 майҙа Өфөлә Милли кейем республика байрамы үтте. Баштан сара башҡорт милли костюмы көнө тип әҙерләнһә лә, Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтар костюмдары байрамына әйләнде. Байрамға махсус рәүештә «Ағинәй» Республика ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәт ойошмаһы вәкилдәре Сибай ҡалаһынан һәм Әбйәлил, Архангель, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бишбүләк, Дүртөйлө, Дәүләкән, Йылайыр, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Ишембай, Илеш, Мәсетле, Туймазы, Учалы, Федоровка райондарынан килеп етте. «Бөгөн күп райондарҙа Һабантуй милли байрамы үтә, шуға күрә барыһы ла килә алманы» — тип хәбәр итте «Ағинәй» ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева.

Ҡатнашыусылар Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры алдындағы майҙанда йыйылды һәм бер теҙмә булып Зәки Вәлиди урамынан Салауат Юлаев майҙанына ҡарай юл тотто. Алдан «Любизар — Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клубының I Башҡорт ат полкы һыбайлылары Илдар Шәйәхмәтов етәкселегендә һәм башҡорт аҡһаҡалдары: мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Башдрама театры художество етәксеһе Олег Ханов, Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимов, Башҡорттар ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Велмир Аҙнаев, Милли музей директоры Ғәли Вәлиуллин барҙы. Аҡһаҡалдар араһында Башҡорт Википедияһы хакимы Рөстәм Нурыев та булды. Башҡорт милли костюмы байрамында сәнғәт интеллигенцияһына ҡараусылар ҙа ҡатнашты. Милли кейемдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры артистары байрамға йәм өҫтәне, «Башҡортса кейен» бейеү флешмобы үҙәгендә булды.

Салауата Юлаев майҙанында башҡорт костюмын белеү буйынса тамашасылар менән уйын-викторина һәм «Мин башҡорт кейемендә!» селфи-шоу, милли костюмдар, биҙәүестәр күргәҙмәһе, һатыу ҙа ойошторолдо.


Викияңылыҡтар байрамдан фоторепортаж тәҡдим итә:

 

Сығанаҡтар[править]

 
Викияңылыҡтар өсөн үҙенсәлекле репортаж

Был мәҡәләлә Викияңылыҡтар өсөн махсус рәүештә яҙылған, мәҡәләлә үҙенсәлекле репортаж һәм тикшереүҙәр бар.

Мәғлүмәттең сығанағы күрһәтелмәгән осраҡта, автор үҙе сығанаҡ булып тора. Мәҡәлә тарихынан: кем беренсе булып мәҡәләне башлағанын табып авторҙы билдәләй алаһығыҙ. Мәҡәләгә инмәгән, һеҙгә билдәле булған факттар булһа, мәҡәләгә өҫтәп яҙығыҙ. Ваҡыт үтеү менән ваҡиғалар үҙгәрһә яңы мәҡәлә яҙығыҙ.

Һорауҙарығыҙ булһа форумға яҙығыҙ.
 
Фекерҙәр[үҙгәртергә]


Викияңылыҡтар, Викимедиа РУ һәм Wikimedia Foundation, Inc. мәҡәлә эстәлегендә һәм фекерҙәр бүлегендә булған ҡараштар өсөн яуап бирмәй.