«Башинформ» ғәйепте үҙ өҫтөнә алды

Материал из Викиновостей, свободного источника новостей
Башҡа телдәрҙә: башҡортса • русский

4 апреля 2020 года

Wiki-Sabantuy 2015 (2015-04-24) 01

«Башинформ» медиахолдингы, Башҡортостан Республикаһы властарының кеше хоҡуҡтарына сикләү индереүе тураһындағы ҡарарын халыҡҡа һөҙөмтәле еткерә алмауын танып, штраф һалынған өфөлөгә уның күләмен компенсацияларға әҙер булыуын белдерҙе.

31 мартта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән SARS-CoV-2 вирусы таралыуын профилактикалау маҡсатында ҡурсаланыу (үҙизоляция) режимы индерелде. 2 апрелдә төнөн профилактик рейд барышында полиция хеҙмәткәрҙәре режимды боҙоу осрағын асыҡлай. Тыйыу булыуға ҡарамаҫтан йәмәғәт урынында йөрөгән 33 йәшлек иргә ҡарата протокол төҙөлә һәм материалдар судҡа тапшырыла. Суд уға 15 мең күләмендә штраф билдәләй.

3 апрелдә мәғлүм булыуынса, «Башинформ» медиахолдингы етәкселеге штраф күләмен ҡайтарыу тәҡдиме менән сыҡты.

«Беҙ «Башинформ» холдингына ингән дәүләт киң мәғлүмәт саралары халыҡҡа режимды боҙған өсөн ҙур күләмдә штраф ҡаралғанын тейешенсә еткермәүҙә үҙебеҙҙе ғәйепле һанайбыҙ. Һөҙөмтәлә кешегә 15 мең һум штраф һалына. Беҙ медиакомпания етәкселеге аҡса йыйылышып штраф күләмен ҡайтарырға ҡарар иттек. Үҙ яғымдан шуны вәғәҙә итәм, бөгөндән башлап "Башинформ"дың барлыҡ подразделениелары ҡурсаланыу режимын боҙған өсөн юғары штрафтар ҡаралғанын халыҡҡа аңлатыуҙы әүҙемерәк алып барасаҡбыҙ тип вәғәҙә итәм.
— тип, хәл-торошҡа фекерен белдерҙе «Башинформ»дың директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов.
»

3 апрелгә ҡарата Башҡортостанда 10 кешелә коронавирус булыуы асыҡланған. 106 кеше шик аҫтында. 3 пациент һауығып, дауахананан сыҡҡан.

Сығанаҡтар[править]

Эта страница создана участником З. ӘЙЛЕ в рамках конкурса «Останься дома с Викиновостями».


Комментарии[править]

Викиновости и Wikimedia Foundation не несут ответственности за любые материалы и точки зрения, находящиеся на странице и в разделе комментариев.