«Башҡорт Декамероны»

Материал из Викиновостей, свободного источника новостей
Башҡа телдәрҙә: башҡортса • русский

22 апреля 2020 года

<dynamicpagelist>

category = Баҫтырылған category = Республика Башкортостан notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory=Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 5 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created

</dynamicpagelist><dynamicpagelist>

category = Баҫтырылған category = COVID-19 notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory = Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 5 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created

</dynamicpagelist><dynamicpagelist>

category = Баҫтырылған category = Литература notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory = Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 5 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created </dynamicpagelist>

Джон Уильям Уотерхаус. «Декамерон»

COVID-19 пандемияһы арҡаһында килеп тыуған мәжбүри ҡурсаланыу ваҡытында кинорежиссер, йәмәғәт эшмәкәре, феминистка Таңсулпан Бураҡаева Фейсбуктағы сәхифәһендә «Башҡорт Декамероны» тип аталған яңы әҙәби проект иғлан итте. Проект Фейсбук төркөмө рәүешендә тормошҡа ашырыла.

«Һәр яҡтан да хәүефле хәбәрҙәр килә. Уларҙан азат киңлек булдырғы килә. Белеүебеҙсә, ете быуат элек шул уҡ маҡсат менән зыялы ун ҡыҙ һәм егет Флоренция эргәһендәге виллала башҡаларҙан ҡурсалана һәм бер-береһенә тарих һөйләй. Был да, Декамерон кеүек үк, 10 көн дауам итәсәк, һуңынан теләүселәр булһа, «чума» тынысланғансы, яҙырға теләүселәр бөткәнсе йәки был башланғыс әһәмиәтең һәм яңылығын юғалтҡансы дауам итербеҙ,
 — тип яҙа автор.
»

Ҡағиҙәләргә ярашлы, йәшәү урынына, милләтенә, бер-береһенә мөнәсәбәтенә ҡарамаҫтан, теләгән кеше ҡатнаша ала

«Истоки» гәзитенең баш мөхәррире Айҙар Хөсәйенров айырым тарихтарҙы үҙ баҫмаһында сығарырға тәҡдим итте.

Бөгөнгә «Үтәлгән йәки үтәлмәгән вәғәҙәләр», «Шихандар», «Милли аш-һыу», «Осраҡлы юлдаштар», «Хыялдарҙың тормошҡа ашыуы», «Музыка», «Беренсе мөхәббәт», «Үҙ-ара ярҙам», «Мунса тарихы» темалары буйынса тарихтар бар.

Проект күптәрҙең күңеленә хуш килде һәм көн һайын яңы яҙмалар өҫтәлә. 10 көн эсендә 20-нән ашыу автор ҡушылды, проект халыҡ-ара статусына эйә булды. Авторҙар араһында төрлө һөнәр эйәләре, төрлө йәштәге кешеләр, профессиональ яҙыусылар, журналистар, блогерҙар: Ләйлә Аралбаева, Артур Дмитриев, Зөһрә Буракаева, Галарина Ефремова, Гүзәл Ситдиҡова, Асия Арыҫланова, Ғәзиз Йосопов, Гөлдәриә Йосопова, Айгөл Үтәгәнова, Гөлбаныу Ырыҫбаева, Ғәлимә Ғәлиуллина, Люциә Камаева, Азамат Нурыев һәм башҡалар бар, ә кем өсөндөр проектта ҡатнашыу ҡәләмен һынап ҡарау урыны булып тора

«Географиябыҙ киңәйҙе: проектҡа яҡташыбыҙ, әлеге ваҡытта Эстонияла йәшәүсе Дина Гаврилова ҡушылды. Хәҙер «Башҡорт Декамероны» халыҡ-ара проектҡа әүерелде. Күптәр яҙышыуҙың тәмен саҡ тоя башланы, кемгәлер теманы уйлау өсөн ваҡыт кәрәк, ә ҡурсаланыуҙың осо-ҡырыйы күренмәй әле. «Башҡорт Декамероны»нда ҡатнашыу – күңелһеҙ уйҙарҙан арынып тороуҙың яҡшы ысулы. Яңы ҡатнашыусылар, һеҙҙе көтәбеҙ!
 — ти Таңсулпан Бураҡаева, үткән 10 көнгә йомғаҡ яһап.
»

Һылтанмалар[править]

Сығанаҡтар[править]

Эта страница создана участником З. ӘЙЛЕ в рамках конкурса «Останься дома с Викиновостями».