Башҡортостандың Белорет районына юл ябылды
5 апреля 2020 года

SARS-CoV-2 вирусы инфекцияһының таралыуын кәметеү өсөн Белорет районы — Башҡортостандың иң популяр туристик территорияһының береһе — башлығы Андрей Иванюта 2020 йылдың 2 апрелендә Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһы һәм Учалы районы яғынан районға инеү юлдарын япһа, 4 апрелдә Өфө һәм Ломовка ҡасабаһы яғынан да инеү тыйылды.
Ошо көндәрҙә райондың Инйәр станцияһында «Мәскәү-Белорет» поезынан Башҡортостандан вахта менән эшләп ҡайтып килгән һәм үҙен насар тойоуы тураһында белдергән 26 йәшлек егет дауаханаға оҙатылғайны. Үҙе белдереүенсә, ул һуңынан СОVID-19 менән сирләгән кеше менән аралашҡан. Вагонда барлығы 48 пассажир булған. Бөгөн уның коронавирусҡа анализы кире булыуы билдәле.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы көн һайын үткәргән брифинг мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә коронавирус менән сирләүселәр һаны икенсе тәүлек үҙгәрешһеҙ ҡала — 10 кеше, уларҙың 3-һө дауаланып сыҡҡан. Шик аҫтында булыусылар һаны ла 102-нән, шул иҫәптән 12 бала, 85-кә ҡалған.
Сығанаҡтар
- ИА "Башинформ" «Белорецк заблокировался: теперь закрыт въезд со стороны Уфы». ИА "Башинформ", 4 апреля 2020 года. (архив)
- ИА "Башинформ" «В Башкирии не подтвердился COVID-19 у вахтовика, заболевшего в поезде». ИА "Башинформ", 4 апреля 2020 года. (архив)
- ИА "Башинформ" «В Башкирии вторые сутки нет новых заболевших COVID-19». ИА "Башинформ", 4 апреля 2020 года. (архив)
| Ярҙамсы мәғлүмәт | Мәҡәлә тураһында мәғлүмәт |
|---|
- Новости на башкирском языке
- 5 апреля 2020
- Новости 2020 года
- 2020
- 5 апреля
- Апрель 2020
- Пандемия COVID-19
- Республика Башкортостан
- Источники без издателя
- Статьи конкурса «Останься дома с Викиновостями» (З. ӘЙЛЕ)
- Статьи конкурса «Останься дома с Викиновостями» по алфавиту
- COVID-19
- SARS-CoV-2
- Башинформ
- Болезни
- Болезни в Башкортостане
- Болезни в России
- Глава муниципального района
- Белорецкий район
- Андрей Иванюта
- Челябинская область
- Учалинский район
- Здравоохранение
- Здравоохранение в Башкортостане
- Здравоохранение в России
- Министерство Здравоохранения Республики Башкортостан
- Коронавирусы
- Пандемии
- Пандемии в Башкортостане
- Пандемии в России
- Пандемия COVID-19 в Башкортостане
- Пандемия COVID-19 в России
- Политика
- Политика Башкортостана
- Политика России
- Уфа
- Эпидемии
- Эпидемии в Башкортостане
- Эпидемии в России
- Брифинги
- Станция Инзер
- Поселок Ломовка
- Баҫтырылған
- Россия в апреле 2020 года
