Өфөлә фонтандар асыла

Материал из Викиновостей, свободного источника новостей
Перейти к навигации Перейти к поиску
Geographylogo.png Башҡа телдәрҙә: башҡортса • русский

1 май 2016

Уфа, фонтан "Семь девушек".jpg

1 майҙа Өфө ҡалаһы Киров районында фонтандар асыу тантанаһы үтте. Ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры янындағы Театр скверында урынлашҡан «Ете ҡыҙ» фонтанын асты.

Шул уҡ көндө баш ҡаланың Киров районындағы В. И. Ленин исемендәге паркта, Конгресс-Холл янындағы Салауат Юлаев майҙанында, Мостай Кәрим исемендәге скверҙа, Дим районының «Орион» балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы янындағы скверҙа, Әкиәттәр аллеяһында, мәҙәниәт һәм ял паркында, «Матрица» магазины һәм Левитан урамының 36 йорт алдындағы майҙандарҙа фонтан эшләй башланы.

29 апрелдә уҡ ҡалала иң беренсе булып Совет районында Йәштәр һарайы, Октябрь районының «Искра» кинокомплексы алдындағы «Ҡурай уйнаусы малай», Орджоникидзе районында Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда, Калинин районының «Беренсе май» мәҙәниәт һәм ял паркындағы фонтандар эшләй башланы.


«Искра» кинокомплексы алдындағы майҙанда «Ҡурай уйнаусы малай» фонтаны / фото авторы Гульшатик, 2012 йыл
 

Сығанаҡтар[править]

 

Комментарии[править]

Викиновости и Wikimedia Foundation не несут ответственности за любые материалы и точки зрения, находящиеся на странице и в разделе комментариев.