«Еңеү көнө» йыры башҡорт телендә яңғыраны

Материал из Викиновостей, свободного источника новостей
Башҡа телдәрҙә: башҡортса • русский

6 май 2020

2005 йылдың майында Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда Еңеү көнөнөң 60 йыллығы хөрмәтенә байрам салюты
В этой статье упоминается Фонд Викимедиа, какой-либо из его проектов или люди, имеющие к ним отношение. Викиновости — один из проектов Фонда Викимедиа.

Шишәмбе, 2020 йылдың 28 апрелендә, Башҡортостан Республикаһының артистары һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре Өфөнөң Еңеү паркында башҡорт телендә «Еңеү көнө» йырын башҡортса йырлаған видеоклиптың исем туйы үтте.

45 йыл элек — 1975 йылдың 9 майы алдынан «Зәңгәр ут» тапшырыуын төшөргәндә Леонид Сметанников композитор Давид Тухмановтың һәм шағир Владимир Харитоновтың «Еңеү көнө» йырын башҡара. Ул ваҡытта уҡ ул бик күп һоҡланыу хаттары ала. 1975 йылдың ноябрендә Милиция көнөнә арналған концертта Лев Лещенко "Еңеү көнө"н тура эфирҙа башҡара. Телевизор ҡараусылар был версияны һоҡланып ҡабул итә һәм ошо ваҡыттан алып йырҙы тотош Советтар Союзы йырлай. Тиҙҙән ул Еңеү көнөн байрам итеүҙең симсолдарының береһенә әйләнә.

2020 йылдың 25 апрелендә Волга буйы федераль округында акция — Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Беҙҙең Еңеү көнө» йыр марафоны башлана. Уның инициаторы булып Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың аппараты тора.


Йыр марафонын ойоштороусылар төбәктәргә «Еңеү көнө» йырын туған телдәрендә йырлап, символик рәүештә бер-береһенә байрам эстафетаһын тапшырыуҙы тәҡдим итә.

«Беҙҙең Еңеү көнө» акцияһының презентацияһы февраль башында Мордовия Республикаһында үтә. Республикаларҙың һәм өлкәләрҙең ижади коллективтары башҡарыуындағы йыр урындағы телеканалдарҙа 2020 йылдың 25 апреленән 8 майға тиклем күрһәтеләсәк.

Башҡортостан эстафетаны Удмурт Республикаһынан ҡабул итә.

Акция өсөн «Еңеү көнө» йырын махсус рәүештә башҡорт теленә Башҡорт Википедияһының вики-өләсәйе, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова тәржемә итә.

Гүзәл Ситдиҡова һөйләй:

«Башҡорт теленә тәржемә итергә тәҡдим иткәс, хатта бер аҙ ҡаушап ҡалдым. Был тәьҫирле һәм нәфис һүҙҙәрҙә ғазап та, шатлыҡ та бар. Туған телдә ошо торошто теүәл тапшырырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта йырҙың тактына ла тура килһен. Миңә музыкаль белемен ярҙам итте. Тәржемә эшләгәндә йырлап ултырҙым. Минең трәжемәмде оҡшатҡандарына шатмын. Хәҙер уны төрлө быуындар русса ғына түгел, башҡортса ла йырлаясағына өмөтләнәм.»

Легендар йырҙы башҡарыу өсөн Өфөнөң Еңеү паркына халыҡ хорында ҡатнашыусылар йыйыла, уларға республикала билдәле кешеләр: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры директоры Артур Назиуллин, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Рушанна Бабич, БЮТ телеканалы алып барыусыһы Фаягөл Дәүләтйәрова һәм популяр музыкан Заһир Зәйнетдин ҡушыла.

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы Заһир Зәйнетдиндан өҙөк килтерә (Архивная копия от 8 мая 2020 на Wayback Machine):

«Был марафонда ҡатнашырға тәҡдим иткәс, ҙур ҡәнәғәтлек менән ризалаштым. Беренсенән, был бөйөк йырҙы йырлау минең өсөн дан. Икенсенән, тап юашҡорт телендә ул яҡташтарыбыҙға Еңеү өсөн рәхмәт булып яңғырай. минең ике олатайым һуғышта ҡатаншҡан. Үкенескә күрә, уларҙың береһе фронттан ҡайтмаған. Был йырҙы мин еңеү яулаған ватандаштарым, туғандарым хөрмәтенә башҡарҙым.»

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы клипты 2020 йылдың мартында, COVID-19 пандемияһына бәйле сикләү саралары индерелгәнгә тиклем төшөрә.

Роликты эшләүселәр республиканың еңеүгә индергән өлөшө тураһында ла хәтергә төшөрә:

«Башҡортостандан фронтҡа 700 меңдән ашыу кеше киткән. 322 меңдән ашыуы һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған. Башҡортостандың 200 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәре ордендар һәм миҙалдар менән наградланған. Улар араһында 295 Советтар Союзы Геройы һәм 46 Дан орденының тулы кавалеры бар. 2020 йылда — һуғышта һәләк булғандан һуң 77 йыл үткәс - Рәсәй Геройы исеменә легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов лайыҡ була. Һуғыш ваҡытында республикаға 280 мең кеше һәм 170-тән ашыу сәнәғәт предприятиеһы һәм производствоһы эвакуациялана, һөҙөмтәлә машиналар эшләү күләме 17 тапҡырға арта. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе самолеттар өсөн 51 меңдән ашыу авиамоторҙар эшләй. Һуғыш йылдарында Башҡортостан илгә 5 миллион тонна нефть һәм 160 миллион тонна иген бирә
 — [1] республиканың Мәҙәниәт министрлығы пресс-релизында.
»

Волга буйы төбәктәрендә төшөрөлгән видеороликтар округтың барлыҡ телевизион каналдарында күрһәтелә. Уларҙы YouTube-та һәм социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО, #нашденьпобеды хештегы буйынса ҡарарға мөмкин.

«Еңеү көнө» йырының рус телендәге төп нөсхәһе һәм Гүзәл Ситдиҡованың башҡорт теленә тәржемәһе:

День Победы!

День Победы, как он был от нас далек,
Как в костре потухшем таял уголек.
Были версты, обгорелые, в пыли, -
Этот день мы приближали как могли.

Припев:
Этот День Победы
Порохом пропах,
Это праздник
С сединою на висках.
Это радость
Со слезами на глазах.
День Победы!
День Победы!
День Победы!

Дни и ночи у мартеновских печей
Не смыкала наша Родина очей.
Дни и ночи битву трудную вели -
Этот день мы приближали как могли.

Припев.

Здравствуй, мама! Возвратились мы не все!
Босиком бы пробежаться по росе.
Пол Европы прошагали, пол Земли,
Этот день мы приближали, как могли!

Припев.

Еңеү көнө!

Еңеү көнө, йыраҡта кеүек ине,
Өмөт ҡуҙы биреп торҙо ипкенен,
Көл-күмергә ҡалған күпме юл үттек,
Йән аямай көрәшеп, еңеү көттөк.

Ҡушымта:
Ут-даръя аша
Килдек Еңеүгә,
Иртә сал төштө
Сикәләге сәстәргә
Шатлыҡ-ҡайғы
Бергә ҡайнар йәштәрҙә
Еңеү көнө!
Еңеү көнө!
Еңеү көнө!

Көнө-төнө һүнмәне ут мартенда,
Бар хыялдар булды Ватан хаҡында,
Еңеү өсөн хеҙмәттә беҙ тир түктек,
Йән аямай көрәшеп, еңеү көттөк.

Ҡушымта.

Һаумы, әсәй, күпме яуҙаш ҡайтманы,
Ысыҡ кисеп үтәһе ине тағы.
Ер шарының яртыһын йәйәү үттек,
Йән аямай көрәшеп, еңеү көттөк.

Ҡушымта.

Юбилей йыр марафонын ойоштороусылар йыр башҡорт телендә тарихта беренсе тапҡыр яңғыраны, тип раҫлай. Әммә «Еңеү көнө» — Бөйөк Ватан һуғышы тураһында иң популяр йырҙарҙың береһе һәм 9 Май уңайынан ойошторолған тантаналарҙың алыштырғыһыҙ атрибуты. Уның төрлө авторҙар тарафынан башҡорт теленә тәржемә ителеүенә аптырайһы ла түгел. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың версиялары киң таралыу тапмай.


«Бәйләнештә» сәхифәһендә икенсе вики-өләсәй Миңһылыу Абдуллина яҙыуынса, «Еңеү көнө» йырының һүҙҙәрен ул 15 йыл элек — 2005 йылда атаһы — Файзрахман Фәссәхетдин улы Фәссәхетдинов үтенесе буйынса (19252009) Еңеү көнөнөң 60 йыллығына тәржемә итә. Шунда уҡ был йыр халыҡ алдында башҡарыла.

«Беҙ, балалар баҡсаһы (коллектив) менән конкурста ҡатнашҡанда, ошо йырҙы йырланыҡ. баҡтиһәң, Еңеүҙең 60 йыллығы булған икән. Конкурс Мөрсәлимдә үтте. Башҡортса йырлау оҡшап ҡалғайны.»

Уның тәрждемәһендә «Еңеү көнө» шулай яңғырай:

Еңеү көнө

Еңеү көнө! Нисек ул алыҫ ине!
Артта ҡалды ҡуҙлы усаҡтар көлө.
Ҡайғы-хәсрәт, күҙ йәштәре, тимәнек —
(Юл туҙанлы, ямғыр-буран тимәнек —) — вариант
Ошо көндө күрергә бик теләнек.

Ҡушымта: Еңеү көнө! Дары еҫе аңҡыта,
Байрам һайын сикәләрҙә сал арта.
Был — йәшләнгән күҙҙәр һәм шатлыҡ өнө
Еңеү көнө! Еңеү көнө! Еңеү көнө!

Мартен мейестәр янында көн һәм төн
Ватандаштар йомманылар һис күҙен.
Бәхет өсөн ҡаты һуғышты үттек —
Ошо көндө күрергә бик теләнек.
(Иңдәребеҙ ауыр йөктө күп тартты,
Тыуған ергә ҙур Еңеү менән ҡайттыҡ.) — вариант

Ҡушымта.

Һаумы, әсәй! Яҙмыштыр был — мин тере!
Хәтфә үләндә ғәмһеҙ бала саҡ эҙе.
Ер шарын беҙ яртыланыҡ, иңләнек,
Ошо көндө күрергә бик теләнек.
(Яртыланыҡ Ер шарының юлдарын,
Һағ(ы)нып ҡайттыҡ тыуған яҡ ҡайындарын.) — вариант

Ҡушымта.

Смотреть и слушать[править]

Сығанаҡтар[править]

Комментарии[править]

Викиновости и Wikimedia Foundation не несут ответственности за любые материалы и точки зрения, находящиеся на странице и в разделе комментариев.