Волга буйы вики-семинары үтте

Материал из Викиновостей, свободного источника новостей
Перейти к навигации Перейти к поиску
Geographylogo.png Башҡа телдәрҙә: башҡортса • олык марий • русский • саха тыла

8 ноябрҙа 2017

«Вирджиния» ҡунаҡханаһы конференц-залы

4—6 ноябрҙа Йошкар-Ола ҡалаһында Волга буйы вики-семинары булып үтте. Семинарға Рәсәйҙән 20-нән артыҡ ҡатнашыусы килде, ә Алина Возная Украинанан килде. Семинар Йошкар-Оланың «Вирджиния» ҡунаҡханаһында үтте. Ҡатнашыусылар 4 ноябрь килә башланылар. Улар өсөн Т.Евсеев исемендәге Марий Эл Республикаһының милли музейына экскурсия ойошторолдо. Һуңынан википедистар «Марий Эл» дәүләт бейеү ансамбле концертын ҡараны.

5 ноябрь, семинарҙың икенсе көнөндә ҡатнашыусылар ике өлөшкә бүленде: беренсе төркөм Йошкар-Олала марий теле уҡытыусыларына оҫталыҡ дәрестәре бирергә калды, икенсе төркөм тау мариҙары ҡалаһы Козьмодемьянскҡа йүнәлде.

Беренсе төрөмдә мари телен уҡытыу проблемалары тураһында һөйләшеү булды.

Фәрхад Фаткуллин, Тимерхан Шәйхутдинов, Андрей Чемышев һәм Олег Абарников мари теле уҡытыусылары өсөн оҫталыҡ дәрестәре бирҙе. Яңы ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеү тураһында һөйләшеү булды. Әрмән һәм украин (1, 2) коллегаларҙың тәжрибәһе телгә алынды.

Икенсе төркөм Козьмодемьянск ҡалаһында А. В. Григорьев исемендәге мәҙәни-тарихи музей комплексын ҡараны, асыҡ һауалағы мари этнография музейында экспонаттары менән танышты."Паллада" диңгеҙ клубынан һуң Волганы паромды сығып Йошкар-Олаға юлланды.

6 ноябрь, Семинар НП Викимедиа РУ директоры Владимир Медейко телмәре менән асылды.

Тимерхан Шәйхутдинов «Йәштәр вики-мәктәбе: нисек һәм ни өсөн?» тигән доклад менән сығыш яһаны. Фәрхәд Фәткуллин татар Википедияһында латиница сит илдәрҙәге татарҙар өсөн икәнен аңлатты. Мари Эл тел, әҙәбиәт һәм тарих фәнни институты хеҙмәткәре филология фәндәре докторы Марина Ипакова «МарНИИЯЛИ институтының фәнни-тикшереү булеге менән мари википедияһы активистары хеҙмәттәшлеге» тураһында сығыш яһаны.


Дмитрий Рожков "Нимә ул Википедия?, Вики-GLAM тураһында сығыш яһаны.

Алина Возная китапханасылар менән төрлө вики-конкурстарҙа ҡатнашыуы тураһында һөйләне.

Олег Абарниковтың сығыша Кавказда вики-проекттар тураһында булды.

Башҡорт Википедияһынан Зөфәр Сәлихов Википедияла викидата мәғлүмәтен ҡулланыу буйынса беренсе тәжрибәләре тураһында сығыш яһаны.

DonSimon вики-яңылыҡтарҙы күп теллелек тураһында һөйләне.

Татар Википедияһынан Фәрхәд Фәткуллин «Рәсәй телдәрендә вики-проекттарҙы үҫтереү ресурстары» тигән доклад менән сығыш яһаны. Төштән һуң Светлана Батаногова Удмурт китапханаларының вики-проекттарҙы ҡулланыуы менән таныштырҙы.

«Ейәндәргә нимә тураһында һөйләргә: татар википедистары күҙлегенән» тигән доклад менән Татар Википедияһынан Абдулла Хәмиҙуллин сығыш яһаны.

Рәсәйҙе һәйкәлдәр аша бел һәм фотоконкурстар турыһында Chath сығыш яһаны.

Николай Литвинов фотолар тейәү тураһында оҫталыҡ дәресен күрһәтте.

DonSimon вики-яңылыҡ тураһында дәрес бирҙе.

Йошкар-Олала семинар үткәреү тураһында 2016 йылдың сентябрендә Ижевскта Урал вики-семинарында ҡарар ҡабул ителгән. Форум Өфөлә үткән «Вики-һабантуй 2015», Петрозоводскта үткән фин-уғыр халыҡтары семинары һәм Дербент вики-семинары кеүек сара.

Ойоштороусылар: НП «Викимедиа РУ», Башҡортостан викимеласылары, мари википедияһы ирекмәндәре.

 

Нулевой день[править]

Викиэкспедиция[править]

Викиэкспедиция[править]

Викисеминар[править]

Republic) (5.11.17) 03.jpg

Wikiexpedition to Kozmodemyansk (Mari El Republic) (5.11.17) 04.jpg Wikiexpedition to Kozmodemyansk (Mari El Republic) (5.11.17) 05.jpg </gallery>

Викисеминар[править]

 

Сығанаҡтар[править]

Оригинальный репортаж Викиновостей

Эта статья опубликована в Викиновостях и содержит эксклюзивный репортаж и исследования, написанные одним из участников нашего проекта специально для Викиновостей.

Если автор репортажа не указал свои источники, источником информации является он сам. Вы можете узнать, кто создал эту статью, из истории статьи: найдите в ней самую первую правку; тот, кто её внёс, и является автором статьи. Если у вас есть замечания или предложения, первым делом напишите о них на странице обсуждения. Если у автора имелись в распоряжении не все факты, дополните статью известной вам информацией. Если с течением времени ситуация изменилась, напишите о новых фактах в новой статье. Если у вас есть вопросы к участникам русских Викиновостей, напишите на форум.
 
Комментарии[править]
Викиновости и Wikimedia Foundation не несут ответственности за любые материалы и точки зрения, находящиеся на странице и в разделе комментариев.