Киевта Вики-конференция 2016 үтте

Материал из Викиновостей, свободного источника новостей

20 сентябрь, 2016 йыл

Башҡа телдәрҙә: башҡортса • русский


Логотип
В этой статье упоминается Фонд Викимедиа, какой-либо из его проектов или люди, имеющие к ним отношение. Викиновости — один из проектов Фонда Викимедиа.
Иван Терещенко йорто

2016 йылдың 3 һәм 4 сентябрендә Украинаның Киев ҡалаһында НаУКМА музейында (Галшка Гулевичевна йортонда) VI Украина Вики-конференцияһы уҙҙы. Был сара «Викимедиа Фонды» һәм ирекле белемдәр проекттарына арналды. Унда Польшанан, АҠШ-тан, Рәсәйҙән һәм Украинаның тѳрлѳ ҡалаларынан бѳтәһе 59 кеше ҡатнашты.

Беренсе кѳн[править]

Конференцияны НаУКМА Фәнни китапхана бүлеге мѳдире Таисия Сидорчук (укр. Таїсія Сидорчук) һәм Наталия Тымкив (укр. Наталія Тимків) асты. Польша Викимедиаһының эшмәкәрлеге тураһындағы тәүге докладты Польшанан килгән ҡунаҡ Юлиуш Желенски (польск. Juliusz Zielinski; Julo) уҡыны. Уның сығышын украин теленә Volodymyr D-k тәржемә итте. Тәнәфестән һуң сара параллель ике сессияға бүленде. Тәүге сессияла Украина викимедиасылары википроекттарҙы социаль селтәрҙәрҙә популярлаштырыу эше һәм уны артабан үҫтереү, яҡшыртыу буйынса сығыш яһаны. Спикерҙар — Хроболова Анна, Сергій Липко (укр. Сергій Липко) һәм Анатолий Луцюк (Yakudza). Социаль селтәрҙәр тураһындағы докладтан һуң Base рѳхсәт алыу ѳсѳн OTRS системаһы тураһында ентекләп һѳйләне. Параллель сессияла яңы ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеү мѳмкинселеге тураһында фекер алыштылар. Спикерҙар — Асаф Бартов, Antanana, украин теленә Ата тәржемә итте. Икенсе сессия барышында Алексей Василюк (укр. Василюк Олексій) менән BioDasha Вики-экспедиция проекты тәжрибәһе менән бүлеште һәм йомғаҡ яһаны. Улар шулай уҡ проектты ойоштороуҙың һѳҙѳмтәле һаналған алымдарын билдәләне һәм киләһе ярты йыл/йылға план-проспект буйынса фекер алышты. Параллель сессияла Асаф Бартов Википедияға яңы килгән ҡатнашыусыларҙы викимәғлүмәттәр менән файҙаланырға ѳйрәтте һәм проект менән эшләүҙе еңелләштергән ҡоралдар һәм Wikidata Game тураһында һѳйләне. Уның сығышын украин теленә Ата тәржемәләне. Артабанғы сессияла мәҡәләләр конкурсы һәм башҡа ойошторолған конкурстар, уларҙың һѳҙѳмтәләре, баһалау ѳсѳн яңы техник мѳмкинлектәр буйынса фекер алыштылар, конкурстар ойоштороуҙың һѳҙѳмтәле алымдарын билдәләнеләр һәм яҡын ярты йыл/йылға план-проспект тѳҙѳнѳләр. Спикерҙар — Antanana, Звірі, Volodymyr D-k менән Алексей Василюк. Дүртенсе сессияла мәғариф программаһы (WEP) буйынса фекер алышыу булды. Спикерҙар — Ата, Учитель Krutyvuss. Бер рәттән Украина Викитекаһы администраторҙары үҙҙәренең проекты тураһында һѳйләне. Спикерҙар — Arxivist, Artem.komisarenko һәм Atoly.

Икенсе кѳн[править]

Икенсе кѳн GLAM доклады менән башланып китте. Доклад барышында ойошторолған конкурстарға, уларҙың һѳҙѳмтәһенә, баһалау ѳсѳн яңы техник мѳмкинлектәр, конкурс ойоштороуҙың һѳҙѳмтәле алымдарына, киләһе ярты йыллыҡ/йылға план-проспектҡа күҙәтеү яһалды. Спикерҙар — Lantuszka, Anntinomy, Ilya менән Atoly. Шул уҡ ваҡытта тематик айлыҡтар һәм аҙналыҡтар тураһында ла сессия үтте. Спикерҙары — Visem менән Pavlo1. Икенсе сессия барышында фотоконкурстар буйынса фекер алыштылар. Спикерҙары — Ilya, Алексей Василюк, BioDasha һәм Base. Артабанғы сессияла бәләкәй проекттар буйынса фекер алышыу булды. Спикерҙары — Сергій Липко, Base менән DonSimon. Ошо уҡ ваҡытта Асаф онлайн һәм офлайн конфликттарҙа оҫталыҡты яҡшыртыу буйынса треннинг үткәрҙе. Тѳштән һуң Antanana конференцияны ябыу сараһын ойошторҙо, Ата украин бүлегендәге CEE Spring конкурс призерҙарын ҡотланы. Конференциянан һуң ике параллель сессия уҙҙы. Тәүгеһендә ҡатнашыусылар доклад менән сығыш яһаны. Спикерҙары — Kazymir Vira менән Nickispeaki (Чернигов), Мухамадеева (Башҡортостан), Tohaomg менән Асаф. Икенсеһендә Украинала ирекле панорама булдырыуҙың практик планы эшләнде. Спикерҙары — Ліонкінг менән Antanana. Икенсе кѳн аҙағында конференцияла ҡатнашыусылар менән Wikidojo уйыны үткәрелде. Уйын һѳҙѳмтәһендә Украина Википедияһында Іван Миколайович Терещенко йорто тигән мәҡәлә барлыҡҡа килде.

Фоторепортаж[править]

Төркөм фотоһы[править]

2016 Вики-конференцияһы ҡатнашыусылары

Беренсе көн[править]

Икенсе көн[править]

Һылтанмалар[править]

Сығанаҡтар[править]

Викияңылыҡтар өсөн үҙенсәлекле репортаж
Викияңылыҡтар өсөн үҙенсәлекле репортаж

Был мәҡәләлә Викияңылыҡтар өсөн махсус рәүештә яҙылған, мәҡәләлә үҙенсәлекле репортаж һәм тикшереүҙәр бар.

Мәғлүмәттең сығанағы күрһәтелмәгән осраҡта, автор үҙе сығанаҡ булып тора. Мәҡәлә тарихынан: кем беренсе булып мәҡәләне башлағанын табып авторҙы билдәләй алаһығыҙ. Мәҡәләгә инмәгән, һеҙгә билдәле булған факттар булһа, мәҡәләгә өҫтәп яҙығыҙ. Ваҡыт үтеү менән ваҡиғалар үҙгәрһә яңы мәҡәлә яҙығыҙ.

Һорауҙарығыҙ булһа форумға яҙығыҙ.
Фекерҙәр[үҙгәртергә]


Викияңылыҡтар, Викимедиа РУ һәм Wikimedia Foundation, Inc. мәҡәлә эстәлегендә һәм фекерҙәр бүлегендә булған ҡараштар өсөн яуап бирмәй.