Санкт-Петербургтағы 10-сы юбилей халыҡ-ара Вики-конференция

Материал из Викиновостей, свободного источника новостей
Перейти к навигации Перейти к поиску
Geographylogo.png Башҡа телдәрҙә: башҡортса • русский

8 октября 2016

Тәүге көн, ҡатнашыусылар. Зөфөр Сәлихов фотоһүрәте (Викимедиа фонды грантына башҡорт вики-төркөмө өсөн алынған фотоаппаратҡа төшөрөлгән)
В этой статье упоминается Фонд Викимедиа, какой-либо из его проектов или люди, имеющие к ним отношение. Викиновости — один из проектов Фонда Викимедиа.

2016 йылдың 1 һәм 2 октябрендә Санкт-Петербургтағы Милли тикшеренеү университетында (Васильев утрауы) Викимедиа фонды проекттарын Рәсәй халыҡтары телендә үҫтереү һәм ирекле мәғлүмәтте таратыуға бағышланған 10-сы юбилей халыҡ-ара Вики-конференцияһы үтте. Быға тиклем конференция —Кострома ҡалаһында, иң тәүгеһе — 2007 йылда шулай уҡ Санкт-Петербургта, ошо уҡ уҡыу йортонда үткәрелгән. Йыл да ойошторолған сара Викимедианың бар проекттары ҡатнашыусыларын бергә йыйып, ағымдағы һәм тамамланған эш тураһында сығыштар һәм презентациялар яһала, идеялар менән уртаҡлашыу һәм яңы бәйләнештәр барлыҡҡа килә.

Тәүге көн[править]

Ҡатнашыусылар Вики-конференцияға китеп бара. user:Andreykor фотһүрәте

Ҡатнашыусыларҙы сәләмләү менән конференцияны Урыҫ Википедияһы берләшмәһе — НП «Викимедиа РУ» башлығы — Владимир Медейко асты. Викимедиа вики-проектының мөхәррирҙәрҙе берләштергән сайт ҡына түгел, ә бөтә донъя ирекмәндәр хәрәкәте икәнлеген иҫкә төшөрҙө. 2001 йылдан Википедия тарихы тураһында ҡыҫҡаса һөйләп китте. 2005 йылдың майында ирекмәндәр тәүге осрашыу ойоштора, бөгөнгө конференцияға нигеҙ һала. «Викимедиа РУ» ойошмаһы 2008 йылда төҙөлә, ул Викимедиа фондының АҠШ-тан сит илдәге беренсе бүлеге була. (Youtube2.svgютуб-видео)

Артабан Интернетты яйға һалыу буйынса Рәсәй ҡануниәтенә байҡау яһап, «Роскомсвобода» башлығы Артём Козлюк һүҙ алды. Тулыраҡ — Youtube2.svgвидеояҙмала.

Владимир Медейко «10 йыл Википедия менән» докладында Викимедиа проекттарының Рәсәйҙәге тарихы тураһында һөйләне. Күп ваҡиғалар Санкт-Петербургҡа бәйле булыуы һәм ҡаланың Викимедиа проекттары үҫешендәге мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды (Youtube2.svgютуб-видео).

✱ ✱ ✱

Артабан ҡатнашыусылар бергә фотоға төштө (фотоһүрәттәрҙе бында ҡарарға була), һәм тәүге сәйләү үткәрҙе, яҡыныраҡ танышыуҙар менән фекер алышыуҙар башланып китте.

Иван Засурский һәм Владимир Медейко. Дмитрий Жуков фотоһүрәте

Иван Засурский сығышы[править]

Төп мәҡәлә: Выступление Ивана Засурского на Викиконференции 2016

Һуңынан Мәскәү ҡунағы, билдәле медиаменеджер Иван Засурский Рәсәйҙә һәм донъялағы авторлыҡ хоҡуҡтары өлкәһендәге эшмәкәрлеге тураһында сығыш яһаны. Тулыраҡ айырым мәҡәләлә уҡырға була «Выступление Ивана Засурского на Викиконференции 2016». Сығышты оҙайлы алҡыштар менән ҡабул иттеләр. (Youtube2.svgютуб-видео)

Китапханалар тураһындағы түңәрәк өҫтәл. Сергей Рублёв фотоһүрәте
Ҡатнашыусылар Санкт-Петербургтың иҫтәлекле урындарын ҡарай. Зөфәр Сәлихов фотоһүрәте

Китапханалар тураһында түңәрәк өҫтәл[править]

Анатолий Цапенко (user:Just) етәкселегендә китапханалар менән вики-проекттарҙы берләштереү тураһында әңгәмә барҙы. Ҡатнашыусы: Dmitry Rozhkov һәм ҡатнашыусы:Юлия 70 үҙ тәжрибәләре, абруйлы сығанаҡтарҙы фотоға төшөрөү мөмкинлеге тураһында һөйләне. Фекер алышыуҙың тулы яҙмаһы — Youtube2.svgһылтанма буйынса.

✱ ✱ ✱

Төшкө аштан һуң тәүге секция ултырыштары башланды, йәғни ҡатнашыусылар ике төркөмгә бүленде.

Беренсе төркөм: Википедияла проекттар үҫеше[править]

Николай Литвинов «Pdf by mimooh.svgВикимедиа хәрәкәтенең фән һәм энциклопедик белем өлкәһендәге эшмәкәрлеге: GLAM-проекттар, асыҡ лицензияға күсеү, глобаль конкурстар» сығышы менән башлап китте. (Youtube2.svgютуб-видео) Дмитрий Рожков, үҙ сиратында, Youtube2.svgҡатнашыусыларға «Вики-көҙ 2016» GLAM-проекты тураһында һөйләне. «GLAM» — галереялар, китапханалар, архивтар һәм музейҙар менән бәйле белем биреү проекты (GLAM аббревиатураһы тураһында). Тулыраҡ «Вики-көҙ 2016» проекты битен ҡарағыҙ.

Артабан Андрей Корольков (Andreykor) «Исемлектәр» проекты эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. Ҙур Рәсәй һәм Совет энциклопедияларының әле 20-25 % мәҡәләһе Википедияла юҡ икәне асыҡланды. Хәлде яҡшыртыу юлдары — конкурстар үткәреү, ҡатмарлы мәҡәләләр яҙыуға белгестәрҙе йәлеп итеү, энциклопедиялар өсөн OTRS-рөхсәт алыу тураһында һүҙ барҙы (Youtube2.svgютуб-видео)

Alina Vozna сығышы. user:Andreykor фотоһүрәте

Ҡатнашыусы Alina Vozna «Вики-проекттарҙа конкурстар үткәреү арҡаһында мәҙәни, тарихи мираҫҡа һәм ҡурсаулы фонд объекттарына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу» доклады менән дауам итте. Хмельницкий һәм башҡа ҡалалар миҫалында Алина билдәһеҙ мәҙәни объекттар тураһындағы мәғлүмәтте таратыу файҙаһын күрһәтте (Youtube2.svgютуб-видео).

Юлия 70 исемле ҡатнашыусы Урыҫ Википедияһындағы «Сифатлы тема» проекты хаҡында һүҙ тотто (Youtube2.svgютуб-видео; Pdf by mimooh.svgДоклад презентацияһы).

Беренсе төркөм: Википедияла мәҡәләләр конкурстары. Түңәрәк өҫтәл[править]

Төркөм эшмәкәрлегенең ҙур өлөшө мәҡәлә яҙыу буйынса конкурстарға бағышланған. Бындай конкурстар бик популяр. Ҡатнашыусылар үҙ тәжрибәләре менән бүлеште, иҫкәрмәләр һәм теләктәр әйтелде. Конкурс маҡсаттары, хөкөмләү тураһында ла һүҙ барҙы. Докладтар һәм темалар: Дмитрий Жуков: Youtube2.svg«Википедияла мәҡәләләр конкурстары: проблемалар һәм перспективалар»; ҡатнашыусы: Томасина: Youtube2.svg«Үҫмерҙәр марафоны» (яңы килеүселәр менән эшләү тураһында); Николай Литвинов: Youtube2.svg«Вики-Урал конкурсы». «Вики-Урал» конкурсы — хәҙерге ваҡытта барған яңы һәм оҙайлы мәҡәләләр конкурсы.

Януш (Ency) Дорожиньский (Польша). user:Andreykor фотоһүрәте

Икенсе төркөм: Исемдәр танылыуы[править]

Владимир Соловьев етәкселегендәге оҫталыҡ дәресе, Зөфәр Сәлихов фотоһүрәте

Түңәрәк өҫтәл компьютер класында үтте. Алып барыусы Владимир Соловьев. «Һүҙлектәр vs һүҙҙәрҙе абруйлы сығанаҡтарҙа ҡулланыу».

Участница:Krokus (Польша). user:Birulik фотоһүрәте
Юрий Мкртчян һәм Армен Мирзоян (Әрмәнстан). user:Andreykor фотоһүрәте

Урыҫ теленә ҡарамаған проекттар тураһында сығыштар[править]

Тәүге көндө Польша, Татарстан һәм Әрмәнстан викимедийсылары һүҙ тотто.

Польша Википедияһы ҡатнашыусыһы Януш Дорожиньский бындай сәфәрҙәр поляк һалым түләүселәре иҫәбенә ойошторолоуы, ғөмүмән Польша Википедияһы һәм дәүләт бәйләнештәре хаҡында сығыш яһаны. Видеояҙманы Youtube2.svgбында ҡарап була. Ә бында — сығыш Pdf by mimooh.svgпрезентацияһы.

Ҡазандан Фәрхәд Фәтҡуллин төрлө тел төркөмдәре мөмкинлектәре, вики-проекттарҙы үҫтереү һәм дөйөм эште хуплау тураһында һөйләне. Ҡыҫҡаса сығыш һәм Youtube2.svgяҙмаһы (15 мин) менән бында танышырға була.

Польша вики-төркөмдәре вәкиле — ҡатнашыусы Krokus поляк Викиһүҙлеге өҫтөндәге эше тураһында бәйән итте (Youtube2.svgютуб-видео). Викиһүҙлектәге эш бик мөһим булһа ла, тыныс үтә, тип һөйләп китте сығыш яһаусы.

Әрмәнстандың вики-объекттар картаһы

Артабан әрмән ҡатнашыусылары Юрий Мкртчян һәм Армен Мирзоян Wikimedia Armenia бүлеге эшмәкәрлеген яҡтыртты. Мөхәррирләүгә дәүләт эшмәкәрҙәре, уҡытыусылар, студенттар һәм башҡалар йәлеп ителгән, күп ҡалаларҙа вики-клубтар эшләп килә. Тулыһынса сығыш бында Youtube2.svg[1].

Икенсе көн[править]

Ләйсән Аралбаева сығышы. ҡатнашыусы Alina Vozna фотоһүрәте

Беренсе төркөм: Википедия Рәсәй телдәрендә[править]

Урыҫ теленә ҡарамаған проекттар тураһындағы һөйләшеү дауамы. Алып барыусы — Павел Каганер, «Викимедиа РУ».

Башҡортостан викимедийсылары эшмәкәрлеге[править]

Конференцияның икенсе көнөн Башҡортостандан ҡунаҡтар — Зөфәр Сәлихов, Ләйсән Аралбаева һәм Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова башланы. Билдәле булыуынса, Викимедиа хәрәкәте Башҡортостанда әүҙем үҫешә, уға Башҡорт Википедияһы активының йәмәғәт эшмәкәрлеге булышлыҡ итә. Зөфәр Сәлихов ойоштороу мәсьәләләрен асып һалды: башҡорт ҡатнашыусылары Рәсәйҙә беренсе булып Фонд сиктәрендә «Башҡортостан викимедийсылары төркөмөн» төҙөнө, шуға фондтан ярҙам һорай ала, вәкил була ала, киң мәғлүмәт саралары менән эшләй ала һәм башҡалар.

Ләйсән Аралбаева сығышында Башҡортостан викимедийсылары вики-идеяларҙы таратыу тураһында һөйләне. Улар эшмәкәрлектә төрлө саралар ҡуллана, шулай уҡ башҡорт берекмәһе вики-эшкә һәләтле булып сыҡты, шуға күрә яңы ҡатнашыусылар ҙа йәлеп ителә: мәҫәлән, уҡытыусылар, уҡыусылар, оло йәштәгеләр. Төп маҡсат булып тыуған телде һәм мәҙәниәтте һаҡлау булып тора: эш барышында ҡатнашыусыларҙың үҙ-ара еңел аралашыуы һәм тәжрибә уртаҡлашыуы беленде. Бының өсөн төрлө осрашыуҙар, мәҫәлән, тәбиғәт ҡосағында, санаторийҙа үткәрелә. Сара йыраҡ ерҙә ойошторолһа, Интернет бәйләнеше насар булыуы мөмкин, бындай ҡыйынлыҡтар «оффлайн» эште үҙләштерергә ярҙам итте. Сығыш яһаусы һәм ҡунаҡтар «вики-өләсәйҙәр» хәрәкәте тураһында һөйләне: оло йәштәге башҡорт апайҙары, компьютерҙы насар белеүгә ҡарамаҫтан, вики-идеяларҙы яҡын ҡабул итте. Компьютер менән «танышып» һәм тәү аҙымдарҙы эшләгәс, өләсәйҙәр тел һәм мәҙәниәтенең әһәмиәтен, Википедия аша халҡына ярҙам итә алырын аңланы.

Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова өҫтәмәһенән:

«Борондан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары иң яуаплы мәлдәрҙә ир-егеттәр янында торған. Быны «Урал батыр» башҡорт эпосында күреп була: Йәнбикә Йәнбирҙе менән һунарға йөрөй. Тел, йолалар, тарих, мәҙәниәт өсөн бөтәһе лә яуаплы тиһәк тә, уларға һөйөү әсә һөтө менән күсә килә.

Башҡорт Википедияһы тарихын иғтибарлы ҡараһаң, нигеҙендә ир-егеттәр тора. Һәм был осраҡлы түгел, сөнки бар өлкәләрҙә лә тәү аҙымды ир кеше яһай, ҡыйынлыҡтарҙы үткәс, ҡатын-ҡыҙға юл асыла. Бөгөнгө көндә БашВикила тап шундай хәл. Бында хөрмәтле ики-өләсәй — Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы депутаты, яҙыусы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Рамаҙан Ситдыҡова 2012 йылдың 7 февралендә Википедияға тәүге мәҡәләне яҙа. 2015 йылда ҡурайға бәйле ғауға башланғас, төркөмөнән ҡатын-ҡыҙҙарға оран һала: «Интернет аша милли мәҙәниәт, сәнғәт, телде үҫтерәйек, Башҡорт Википедияһында эшләйек, мәғлүмәт селтәрендә үҙебеҙҙе милләт итеп танытайыҡ!». Ошо ваҡыттан әүҙем эш башлана ла инде.

Шулай уҡ тәжрибәле журналист, оҙаҡ йылдыр «Башҡортостан» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары һәм башҡа баҫмаларҙа эшләгән Әлфиә Аҡбутина, хаҡлы ялға сыҡҡас, вики-проекттарҙы үҫтереүҙә роле ҙур. Уның мәҡәләләре ҙур күләмле, сифатлы.

Тағы ла иғтибарҙы БашВикиның әүҙем мөхәррирҙәре — күбеһенсә хаҡлы ялдағы уҡытыусылар булыуына йәлеп итер инем. Мәктәптә күп төрлө эш эшләп өйрәнеп, бында ла бирешмәй. Википедияла етәкселәр ҙа, буйһоноусылар ҙа юҡ. Бар эш туған телгә һөйөүҙән эшләнә.

Кемдер әйткән бит: «Ир кеше йыһанды асып, өй-караптар төҙөһә, шул донъяны кемдер үҙ иңендә тоторға тейеш». Ир-егеттәребеҙ глобаль мәсьәләләрҙе хәл иткәндә, ҡатын-ҡыҙҙар Викидонъяны һаҡлап торасаҡ!
»
Олег Абарников сығыш яһай. user:З. ӘЙЛЕ фотоһүрәте

Артабан Участник:Soul Train (Олег Абарников), тел белгесе булараҡ, Википедияның тел бүлектәренә иғтибар бүлеүе тураһында һөйләне (оҡшаш эш менән Павел Каганер булыша). (Youtube2.svgОлегтың сығышы ютуб-видео аша; Pdf by mimooh.svgПрезентация)

Андю Петрянь (user:Erzianj jurnalist) сығышы программаға инмәһә лә, бик ҡыҙыҡлы булды, сөнки мокша һәм эрзя (Мордовия һәм күрше өлкәләр халҡы телдәре) Википедияларына ҡағылды.

Икенсе төркөм: Викимәғлүмәт һәм техник саралар[править]

Тәжрибәле ҡатнашыусылар яңы, әммә бик мөһим «Викимәғлүмәт» проекты тураһында аралашты. Төп сығыш яһаусы — Участник:Gikü, Молдова. Темалар: «Викимәғлүмәт яңы башлаусылар өсөн», «Викимәғлүмәтте урыҫ телендә үҫтереү», «PetScan — Викимәғлүмәткә сифатты импортлау оҫталығы».

Зөфәр Сәлихов һәм Павел Каганер тел секцияһын алып бара. Ҡатнашыусы Alina Vozna фотоһүрәте

Беренсе төркөм: Рәсәй халыҡтарының тел бүлектәре үҫеше. Түңәрәк өҫтәл[править]

Зөфәр Сәлихов, Павел Каганер. «Рәсәй халыҡтарының тел бүлектәре үҫеше» түңәрәк өҫтәле. Бәләкәй тел бүлектәре мәсьәләләре, уларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды. Ҡатнашыусылар тәжрибәһе менән бүлеште, вики-хәрәкәтте популярлаштырыу тураһында һүҙ барҙы.

Икенсе төркөм: Community Wishlist (берләшмә теләктәре). Түңәрәк өҫтәл[править]

«Community Wishlist (берләшмә теләктәре)» түңәрәк өҫтәле. Алып барыусы — участник:Putnik. Ҡатнашыусылар яңылыҡтарҙы индергәндә, бәйләнеш мәсьәләһен ҡараны. Бының өсөн мета-викила meta:2016 Community Wishlist бите эшләй.

✱ ✱ ✱

Беренсе төркөм: Тәжрибәле ҡатнашыусылар өсөн сығыштар[править]

Владимир Медейко ҡәҙерле үҙең өсөн мөһим мәҡәләне мөхәррирләү тураһында ҡыҫҡаса, әммә бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләне.

Ҡатнашыусы Bezik мәҡәләләр күләме тураһында сығыш яһаны.

Bezik сығышы. user:Andreykor фотоһүрәте

Pdf by mimooh.svgСығыш яҙмаһын бында ҡарай алаһығыҙ.

Шулай уҡ ҡатнашыусы Gruznov түләүле мөхәррирләү тураһында һөйләне
Gruznov сығышы. user:Andreykor фотоһүрәте

Михаил Грузнов Wikify копирайт агентлығы тураһында һүҙ тотто. Төркөм өсөн мөһим һорауҙар ҡаралды.

Икенсе төркөм: Журналистар менән эшләү, оҫталыҡ дәрестәре[править]

Николай Литвинов Викимедиа проекттары эшмәкәрлеген яҡтыртыу тураһында һөйләне, Викияңылыҡтар эшен яҡтыртты. Артабан Николай яңы ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Юрий Астрахан сығышы[править]

Юрий Астрахан менән бәйләнеш. user:Andreykor фотоһүрәте

АҠШ-тан ҡатнашыусылар алдында Викимедиа фонды хеҙмәткәре Юрий Астрахан сығыш яһаны, ул яңылыҡтар тураһында һөйләне.

✱ ✱ ✱

Артабан конференцияны тантаналы ябыу үткәрелде. Сараның бағыусылары һәм партнёрҙары: «Яндекс» компанияһы, ИТМО һәм «Азимут» ҡунаҡһаналар селтәре, мәғлүмәт партнёр — «Западная пресса» медиатөркөмө.

Отзывы о конференции можно читать и оставлять на странице wmru:Вики-конференция 2016/Отзывы. По итогам возникло важное обсуждение о разновидностях свободных лицензий и переводу на них общественно значимых сайтов и СМИ.



 

Һылтанмалар[править]

Сығанаҡтар[править]

Викияңылыҡтар өсөн үҙенсәлекле репортаж

Был мәҡәләлә Викияңылыҡтар өсөн махсус рәүештә яҙылған, мәҡәләлә үҙенсәлекле репортаж һәм тикшереүҙәр бар.

Мәғлүмәттең сығанағы күрһәтелмәгән осраҡта, автор үҙе сығанаҡ булып тора. Мәҡәлә тарихынан: кем беренсе булып мәҡәләне башлағанын табып авторҙы билдәләй алаһығыҙ. Мәҡәләгә инмәгән, һеҙгә билдәле булған факттар булһа, мәҡәләгә өҫтәп яҙығыҙ. Ваҡыт үтеү менән ваҡиғалар үҙгәрһә яңы мәҡәлә яҙығыҙ.

Һорауҙарығыҙ булһа форумға яҙығыҙ.