Wikimedia CEE Meeting 2018: рәсәй делегацияһы тәжрибә уртаҡлашты

Материал из Викиновостей, свободного источника новостей

19 октября 2018 года

Конференция эмблемаһы.
Был мәҡәләлә Викимедиа Фонды, уға ҡағылышлы ниндәйҙер проект йәки шәхестәр телгә алына. ВикияңылыҡтарВикимедиа Фондының бер проекты булған Викиновости эсендәге башҡорт теле бүлеге.

Ағымдағы 2018 йылдың 13-15 октябрендә Украинаның Львов ҡалаһында Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәрене викимедиасыларының йыл һайын үткәрелеп килгән VII Wikimedia CEE Meeting 2018 конференцияһы үтте. Сараның төп өлөшө Украин католик университетының митрополит Андрея Шептицкий исемендәге үҙәктә уҙғарылды. Конференция программаһында һәр төрлө докладтар, тематик түңәрәк өҫтәлдәр, сығыштар, семинар-практикумдар, формаль булмаған осрашыуҙар, асыу һәм ябыу тантаналары, шулай уҡ ҡала буйлап экскурсиялар ҡаралған ине. Конференцияла 30-ҙан ашыу илдән килгән 127 делегат ҡатнашты.

Центр им. метрополита Андрея Шептицкого.

Өҫтәмә рәүештә, конференция башланғанға тиклем (12 октябрҙә) Львовтың «Коммуна» коворкингында Асаф Бартоватың тренингтары, ә 16 һәм 17 октябрь көндәре Украина Викимедиаһы ағзаларының ойоштороусылар командаһы тарафынан Карпат и Винницаға вики-экскурсия ойошторолдо.

Үҙҙәренә ҡулай булған телдә аралашыусы конференция вәкилдәре вики-темалар буйынса фекер алышыуҙың бар мөмкинлеген файҙаланды, ҡунахана янындағы кафе йә ресторандарҙа таңға тиклем әңгәмәләшеп ултырҙылар, хатта волонтёр-ойоштороусы Виктор Семенюк үҙенең Украинала булыуына ышанып етмәүен белдерҙе.

Рәсәй делегацияһы туғыҙ кешенән торҙо: Викимедиа РУдан Владимир Медейко һәм  Дмитрий Рожков, «Эрзя телендә яҙышыусы викимедистарҙың юзер-төркөмө«Нән Денис Кафтаев (Kaftaj) һәм Татьяна Святкина (Vaija),  «Дон викимедиасылары«Ның территориаль юзер-төркөмөнән Дмитрий Жуков, «Башҡортостан викимедисылары» территориаль юзер-төркөмөнән Зәйтүнә Ниғмәтйәнова һәм Сәриә Ҡаһарманова, «Рәсәй телдәрендә яҙышыусы викимедисылар» ойошмаһы, Викимедиа РУ һәм «Татар телендә яҙышыусы викимедисылар»ҙы теркәүсе юзер-төркөмөнән (на правах Йыл викимедисы — 2018 хоҡуғында) Фәрхәд Фәтҡуллин, шулай уҡ башҡорт телле Википедия бюрократы Вячеслав Чернев (сығышы менән Ырымбурҙан, һуңғы дүрт йылда Варшава ҡалаһында йәшәй).

Рәсәй халыҡтары телендәге википедия: онлайн күп теллелекте үҫтереү.

Сара барышында Рәсәй делегацияһы вәкилдәре дүрт ҡыҫҡа доклад (5 минутлыҡ: Денис, Дмитрий (Жуков), Зәйтүнә, Татьяна, Фәрхәд) һәм ике күләмле сығыш яһаны — Владимир Медейко һәм Дмитрий Рожковтың «Асыҡ китапхана» һәм «Асыҡ мираҫ» проекттары, һәм Фәрхәдтең «Рәсәй халыҡтары телендәге википедия: онлайн күп теллелекте үҫтереү» проекты.

Конференция инглиз телендә барҙы, шул уҡ ваҡытта, рәсәйҙәрҙең сығышы барышында башҡорт, татар, рус телдәре (Фәрхәд тәржемәһендә) һәм эрзя (Татьянаның тәржемәһендә) телендә лә яңғыраны. Асафтың тренингтарында, асыу, ябыу тантаналарында, конференция барышындағы пленар сессияларҙа һәм төркөмдәр эшмәкәрлегендә, шулай уҡ 15 октябрҙә Львовтың боронғо ҡалаһы буйлап үткәрелгән экскурсияларында Фәрхәд бөтәһе өсөн дә рус һәм татар (халыҡ-ара фан-клубы барлыҡҡа килгән башҡорт википедисыларының туған башҡорт теленә яҡын булған) теленә тәржемәсе ролен үтәне.

Аудитория Рәсәй төбәктәрендә Викимедиа хәрәкәтен популярлаштырыу маҡсатында Викимедиа Фондының гранты ярҙамынан башҡа ла Рәсәй ирекмән викимедиасыларының вики-сара һәм унын тыш эштәр сиктәрендәге ойоштороу эшмәкәрлегенең күләме һәм масштабы менән һоҡланды. Коллегалар йыл да үткәрелеп килгән Википедия телдәре тураһындағы «Кельский узел» (Бөйөк Британия: 2017, 2018) конференцияһында Рәсәй халыҡтары телдәре Викимедиа проекттары күп теллелеген һәм алардың йәмһияттәрен күһәтүсе доклад менән сығыш яһарға тәҡдим иттеләр. Рәсәйлеләрҙе Викимедиа Хәрәкәте Стратегияһына ҡағылышлы мәсьәләләрҙе инглизсә фекер алышыу сараларында әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙылар. Был тема Берлинда һәр яҙ һайын үткәрелгән конференцияла яҡтыртыласаҡ. 2019 йылда бындай сараға һәр фонд тарфынан танылған ойошманан бер генә вәкил саҡыраласаҡ, ул үҙ эшмәкәрлеге буйынса 2018 йылдың 1 декабренә ҡәҙәр талапҡа ярашлы отчет күрһәтергә тейеш.

Сараның бөтә фото- һәм видео-материалдарын Викискладтың тематик категорияһында ҡарарға була. Төп залдағы һәм аудиторияларҙағы эшмәкәрлектең тура трансляцияһы видеояҙмаларын YouTube’та ҡарарға мөмкин. Wikimedia.Ukraina@Facebook (20:00-32:30) битендә конференцияның ябыу тантанаһы күрһәтелә.

См. также[править]

Источники[править]

Оригинальный репортаж
Оригинальный репортаж Викиновостей

Эта статья опубликована в Викиновостях и содержит эксклюзивный репортаж и исследования, написанные одним из участников нашего проекта специально для Викиновостей.

Если автор репортажа не указал свои источники, источником информации является он сам. Вы можете узнать, кто создал эту статью, из истории статьи: тот, кто её внёс эту правку, и является автором статьи. Если у вас есть замечания или предложения, первым делом напишите о них на странице обсуждения. Если у автора имелись в распоряжении не все факты, дополните статью известной вам информацией. Если с течением времени ситуация изменилась, напишите о новых фактах в новой статье. Если у вас есть вопросы к участникам русских Викиновостей, напишите на форум.

Комментарии[править]

Викиновости и Wikimedia Foundation не несут ответственности за любые материалы и точки зрения, находящиеся на странице и в разделе комментариев.